Республикала һабантуйҙар гөрләй

Республикала һабантуйҙар гөрләй 06.06.2016

Йола буйынса сарала тирмәләр конкурсы, ат сабышы, милли уйындар, төрлө бәйгеләр уҙа. Дәүләкән районы һабантуйында быйыл офтальмохирургия буйынса халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ҡунаҡтары ҡатнашһа, Иглинда байрам ауыл эшсәндәре уҙғарған бай күргәҙмә менән  айырылып торҙо.

Йола буйынса һәр һабантуйҙа ат сабыштары уҙһа, Дәүләкәндәр тимер аттарҙа ярышҡа сыҡты. Спортсылар күрһәткән трюктар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Һабантуй ауыл эшсәндәре байрамы. Байрамды район хужалыҡтары парады ла биҙәне. Тамашасылар уларҙы алҡышлап ҡаршыланы. Баҫыу эштәрен  ваҡытында уңышлы  тамамлаусы  хужалыҡтар алдынғылары Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар менән дә  бүләкләнде. Икенсе йыл инде  Дәүләкән һабантуйында сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнаша. Уларҙың ҡайһылары һабантуйҙар тураһында ишетеп белһә лә, күптәргә был байрам көтөлмәгән бүләк булды.
Хельмут Сакс, Дрезден ҡалаһының баш клиникаһы директоры/ Германия/:   «Мин бындай байрамға эләгеүемә бик шатмын. Бигерәк тә ауыл хужалыҡтары парады оҡшаны. Унда йәштәрҙең дә ҡатнашыуы аптыратты. Бындай күләмле байрамды күргәнем юҡ ине».
Иглин районында һабантуй ауыл эшсәндәре әҙерләгән күргәҙмә менән асылды. Ауыл биләмәләре милли аш һыу ҡуйылған тирмәләрҙән тыш, театрлаштырылған тамаша ла күрһәтте. Ауыл эшсәндәре ойошторған күргәҙмәләр ҙә ҙур  ҡыҙыҡһыныу уятты. Быйыл район умартасылары  ҡышты ауыр сыҡҡан. Тәбиғәт һынауҙары тәжрибәле умартасыларҙы ла   уяулыҡҡа өндәй.
Һабантуйҙа  тоҡомло малдар үрсетеүсе хужалыҡтар ҙа үҙҙәренең күргәҙмәһен ойошторҙо.
Милли уйындар, бил бирмәҫ көрәшселәр майҙаны, ат сабышы һәм спорт ярыштары, байрам концерты. Һәр йыл һайын халыҡ ошо күңелле тамашаларҙы көтөп ала. Өҫтәп шуны ғына әйтергә ҡала - халыҡ байрамын ойоштороусылар быйыл да һынатманы.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку