Республикала һабантуйҙар башланды

Республикала һабантуйҙар башланды 30.05.2015

Бөгөн һабан байрамын  тәүгеләрҙән булып Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары  үткәрҙе.  Дим йылғаһы буйында урынлашҡан Әлшәй халҡын  яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән Республика башлығы ла тәбрикләне.

Байрамдың төп хужалары -  ялан батырҙары, көндө төнгә ялғап эшләгән ер кешеһе.   Көҙгө уңыштың муллығы, өҫтәлдәрҙәге күпереп бешкән икмәк тап  ошо һөнәр эйәләренең тыршлығына бәйле.  Һабантуйҙы байрам тип әйтеү генә аҙ,  уның әһәмиәте, мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк, тине Республика Башлығы Әлшәйҙәрҙе тәбрикләп.
Әлшәйҙәр һабантуйҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала, уңдырышлы тупраҡҡа орлоҡ һалынған, мул уңышҡа өмөт ҙур. Байрамда хеҙмәт алдынғылары ла  бүләкләнде, юғары  уңыштарға өлгәшеүселәр сәхнә түренә күтәрелде. Уларҙың береһе - Рәүф Ғәлимов, 35 йылдан  ашыу ғүмерен ер менән бәйләгән тәжрибәле агроном.
Һабан байрамында   яҙғы сәсеү эштәренә генә түгел, райондың  тарихына, бөгөнгөнһөнә байҡау яһала. Әлшәйҙәр бай үткәнен,  әлеге йәшәү рәүешен театрлаштырылған тамашаға һалған.  Майҙанда төрлө милләт халыҡтары үҙ кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте. Ә бына еңел атлеттар райондың ғорурлығы, Әлшәй был спорт төрө буйынса дан тота.
Уҡтай атылған аттар һәр һабан байрамының биҙәге, сараны  бәйгенән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Әлшәйҙәр был төрҙә лә һынатманы.  Тирмәләрҙә иһә  Дим буйы халҡының йолалары, кәсептәре  тулы сағылыш тапҡан.  
Һәр тирмәлә тиерлек ошондай ҡул тирмәндәрен осратырға мөмкин. Был башҡорт халҡының борондан игенселек менән шөғөлләнеүен һәм һабан байрамының тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуын иҫбатлап тора. Һабантуйҙар сәсеү бөткәс икмәк еҫе һеңгән ҡулдарға  дан йырлау маҡсатында ойошторола һәм уның төп асылы йылдар  үтһә лә үҙгәрмәй.
Мәҫәлән, Аксен ауыл хужалығы техникумы һабантуйға бер нисә экспозиция әҙерләп  алып килгән, майҙанда солоҡсолоҡ серҙәре менән дә, йөн иләү, балаҫ һуғыу нескәлектәре менән дә танышырға мөмкин.
Һабантуйҙы яҙғы сәсеү эштәрен йомғаҡлау ғына түгел,  дуҫлыҡ, татыулыҡ байрамы ла , ул төрлө  милләт халыҡтарын  бергә йыя.  Бер майҙанда   милли көрәш, һырғалаҡҡа үрмәләү, арҡан тартышыу кеүек милли уйындар ойошторолһа, икенсеһендә  башҡа милләтәрҙең йолалары күрһәтелә. Һуңғы йылдарҙа сараға пейнтбол, воркаут кеүек яңы  төрҙәр ҙә индерелә.
Әлшәй  байрамының тағы бер биҙәге - балалар һабантуйы. Кескәйҙәр  майҙанды ысын оҫтаханаға әйләндергән. Бында ағас оҫталарын да, тегеүселәрҙе лә, сигеүселәрҙе лә, кейеҙ баҫыусыларҙы  ла күрергә мөмкин.  Балалар өсөн һабантуйы йыл буйы башҡарылған эштәргә йомғаҡ мәле, алда  уларҙы күңелле каникулдар көтә. Ә бына  ер кешеһе өсөн ял юҡ,  бер көнө  йылды туйҙырыр ҡыҙыу мәл.  Химик утау башланып тора, тиҙҙән бесәнгә. Мал аҙығы әҙерләү компанияһына старт  һабантуй майҙанында уҡ бирелде.
Рәмзия Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика