Республикала һабан туйҙары башланды 01.06.2015

Уҙған шәмбелә Күгәрсен районы халҡы ла оло байрамға сыҡты.  

Күгәрсен районы таланттары һабантуйға килгән ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршылай. Майҙандағы тирмәләрҙә район хужалыҡтары һәм предприятиеларының уңыш-ҡаҙаныштары күренә. Һабан байрамында ауыл уңғандары Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар менән билдәләнде.
Район башлығы билдәләүенсә, быйыл төбәктә яҙғы сәсеү ойошҡан үткән. Эш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында «Тәүәкән» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы.
Һабантуйҙың рәсми өлөшөнән һуң ауыл хужалығы техникаһы парады үтте. Алдынғы хеҙмәт коллективтарын барыһы ла ҙур алҡыштар менән ҡаршыланы. Бөйөк Еңеүҙең етмеш, райондың һикһән биш йыллығына арналған парадта райондың үҙешмәкәр коллективтары сағыу программа менән сығыш яһаны.
Һабантуйҙарын  ат сабыштарынан башҡа  күҙ алдына килтереп булмай.  Ярыш быйыл да йәнле үтте. Шулай уҡ милли көрәш, тирмәләр һәм аш-һыу конкурстарында, шашка-шахмат уйындарында ҡатнашырға теләүселәр ҙә күп ине, иң етеҙҙәр һәм уңғандар ғына еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
- Һәйбәт булды, ҡартайғанда балалар алып килде.
- Тирмәләрен күрҙек. Матур булды.
- Ҡыуанып ултырабыҙ, концерт, ярыштар ҡараныҡ.
Йыр-моң, уйын-көлкө, күңелле ярыштар... Һабан байрамында  ауыл уңғандары рәхәтләнеп ял итте, күңел асты, йәйге мәшәҡәттәр алдынан көс-дәрт тупланы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика