Республикала 20 июлдә старт алған "Трактор" операцияһы дауам итә

Республикала 20 июлдә старт алған "Трактор" операцияһы дауам итә 30.07.2015

Ай дауамында Гостехнадзор инспекторҙары үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларының техник торошон, документтарҙың тәртиптә булыуын  тикшерә.

Баймаҡ районында инспекторҙар рейды башлыса сабынлыҡ ерҙәрендә үк үтә. Сөнки был мәлдә ауыл эшсәндәре ялан-ҡырҙарҙа  ҡышҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.  Яуаплы осорҙа хәҙерге ауыл кешеһе тракторһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәй.

Техниканы тикшергәндә инспекторҙар машиналарҙың төҙөклөгөнә, агрегаттарҙың теркәү мәғлүмәттәренә тап килеүенә һәм шулай уҡ трактор менән идара итеүгә рөхсәт биреү тәртибенә лә иғтибар итә.  Операция барышында асыҡланыуынса, ауыл эшсәндәренең техника төҙөклөгө әллә ни һорау тыуҙырмай. Шул уҡ ваҡытта күп кенә водителдәр үҙҙәре менән таныҡлыҡтарын һәм техник документтарын алып йөрөмәй. Ошоноң менән улар юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙа. Дәүләт инспекцияһы вәкилдәре әйтеүенсә, техника менән идара иткәндә, бер ниндәй ҙә ташлама булыуы мөмкин түгел. Һүҙ руль артындағы һәм уның тирә-яғындағы кешеләр хәүефһеҙлеге хаҡында бара.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика