Республика төбәктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы уҙғарылған «Трактор» операцияһы тамамланды

Республика төбәктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы уҙғарылған «Трактор» операцияһы тамамланды 06.09.2016

Сара барышында республика биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү торошо тикшерелде. Баймаҡ районы ауылдарында ла рейдтар ойошторолдо.

Баймаҡ районы Йәнйегет  ауылынан Фәнил Ҡәйепҡолов  егерме йылға  яҡын трактор менән идара итә.  Трактор  хужаһы һәр саҡ документтарын тәртиптә тоторға, ваҡытында техосмотр  үтергә   тырыша.
Ошо көндәрҙә  Татлыбай ауыл биләмәһендә  тиҫтәгә яҡын трактор тикшереү һыҙығына ҡуйылды.  Бында водителдәрҙең тейешле  документтары, техниканың торошо, хәүефһеҙлек системалары тикшерелде.
«Ҡорос аттарының» һәр ваҡыт төҙөк булыуын күҙәтеп барыусылар менән бер рәттән техникаларын йүнләп ҡарамаған, оҙаҡ йылдар тикшереү үтмәгән битараф хужалар ҙа байтаҡ.
Бөгөн районда ике меңгә яҡын трактор иҫәпләнә, шуларҙың мең өс йөҙө-шәхси хужалыҡтарҙа. Билдәле, ауыл ерлегендә бөгөн был төр транспорт һәр йортта тиерлек, бесән һәм башҡа йорт эштәрендә  киң ҡулланыла. Шуға күрә уларҙың төҙөк булыуы, бар талаптарға яуап биреүе мөһим. Сөнки тракторҙарҙың торошо күңелһеҙ ваҡиғаларҙы урап үтергә булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика