Республика төбәктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй

Республика төбәктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй 25.09.2017

Баймаҡ ҡалаһында ла йәрминкәләр ноябргә тиклем дауам итәсәк. Тәүге йәрминкәлә үк  халыҡҡа  бай ассортиментлы тауар тәҡдим ителде.

Иртәнге сәғәттәрҙә үк ҡала майҙанына ауыл хужалығы продукцияһы тейәгән ылау машиналары, шәхси һатыусыларҙың тауарҙарынан торған ҙур сауҙа кибеттәре хасил булды. Һатыу итеүселәр йәрминкәнең тәүге көнөндә үк тауар төрлөлөгө менән ҡыуандырҙы. Ҡала һәм район халҡына бал, ит, йәшелсә, картуф, крәҫтиән фермер хужалыҡтары бойҙай тәҡдим итте. Шуныһы, быйыл район аграрийҙары игендең мул уңышын йыйып алһа ла, үҫтерелгәндең хаҡы бик түбән. Сағыштырмаса халыҡҡа ла ем өсөн иген бик осһоҙ хаҡҡа тәҡдим ителде.
Шулай уҡ йәрминкәлә күрше төбәктәр, ситтән килгән һатыусылар ҙа әүҙем сауҙа итте. Ейәнсура районынан көнбағыш, унан һығылған сифатлы май, ситтән сәй, хәлүә ризыҡтары ла бик үтемле булды.
Йәрминкәгә ҡуйылған хаҡтарға килгәндә, балдың ҡайһы бер төрө мең 800‐ҙән, һыйыр ите‐ 250, йылҡыныҡы ‐ 300 һумдан ҡуйылды. Ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү киләһе аҙналарҙа ла дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку