Республика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә техника торошон тикшереү ҙә дауам итә

Республика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә  техника торошон тикшереү ҙә дауам итә 22.04.2016

Баймаҡ районы буйынса дәүләт техника  күҙәтеүе  инспекцияһында 180 берәмектән ашыу техника  теркәлгән. Техник күҙәтеү  диагностик  приборҙар ярҙамында башҡарыла. Айырыуса руль менән идара итеү, тормоз  системалары, яҡтыртыу приборҙары торошона етди иғтибар бирелә.  

Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы  районда  алдынғы хужалыҡтарҙан һанала. Бында тракторҙар ҙа  байтаҡ ҡына. Хужалыҡта баҫыу эштәре мәлендә лә, башҡа эштәрҙә лә  бик ҡулайлы «МТЗ» тракторҙарына өҫтөнлөк бирелә.  Был юлы хужалыҡта   11 берәмек техника тикшереү үтте. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте алдан  хәстәрләгән хужалыҡта  етешһеҙлектәр  булманы тиерлек..  
Салауат  исемендәге хужалыҡтың трактор-комбайндар  паркы ла    яңырыу осоро кисерә. Һуңғы бер нисә йыл эсендә байтаҡ ҡына ҡеүәтле яңы тракторҙар алынған.  Хужалыҡта эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ юҡ.  4 тиҫтә йылдан ашыу  механизатор  булып эшләгән  Айрат Күсәев хужалыҡ йәштәренә үрнәк. Тәжрибәле механизатор техникаһын һәр ваҡыт төҙөк тоторға тырыша.
Дөйөм алғанда, рейд һөҙөмтәләре күпселек хужалыҡтарҙың быйылғы сәсеүгә тулыһынса әҙер булыуын күрһәтте. Ауыл эшсәндәре яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә өҙөклөк булмаҫ, тип ышана.
Әлбиттә, барлыҡ хужалыҡтар ҙа техника әҙерлегенә берҙәй яуаплы ҡарай тип әйтеп булмай. Ундайҙарға инспекторҙар тейешле күрһәтмәләрен еткерҙе.  
Булат Байрамғолов, Баймаҡ районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе:  «Әлегә Баймаҡ тәжрибә-етештереү хужалығы техосмотрға документтарын тәҡдим итмәне. Шулай уҡ юҡҡа сыҡҡан хужалыҡтар ҙа беҙҙе артҡа һөйрәй».
Алда  ауыл эшсәндәрен  әле тағы ла  яуаплыраҡ һынау осоро көтә. Яҙҙың бер  көнө йылды туйҙырыр мәл етте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку