Республика хужалыҡтарында сөгөлдөр ҡаҙыу дауам итә

Республика хужалыҡтарында сөгөлдөр ҡаҙыу дауам итә 16.09.2014

Әлеге көнгә йәшелсә 6000 гектар ерҙә сығарылған, был пландың 13 процентын тәшкил итә. Иң юғары уңыш  Шишмәлә - татлы тамырҙы улар  гектарынан 440 центнер алыуға өлгәшә. Әлшәйҙәр ҙә алдынғылар рәтендә. Был аңлашыла: республикала сөгөлдөр эшкәртеүсе заводтарҙың береһе Раевкала урынлашҡан.

Сөгөлдөр тауҙары йыуҙырылып, йылға булып махсус канауҙарға ағыҙыла һәм заводҡа ул шулай эләгә. Был һыналған ысул татлы тамырҙың бөртөгөн дә әрәм итмәй эшкәртеүгә илтеү өсөн ҡулланыла. Ҡабул итеү пунктында эш иртәнге 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем ҡайнай. Әлшәй заводына әле ете райондан татлы тамыр килтерелә. 78 хужалыҡ менән килешеү төҙөлгән. Сөгөлдөр тейәгән машиналар сираты әллә ни ҙур түгел. Былтырғы кеүек көндәр буйы йөк бушата алмай ултырыу юҡ. Шулай ҙа татлы тамырҙы тапшырып сыҡҡансы 3-4 сәғәт ваҡыт китә.

Ҡарламан шәкәр заводы бөлөү сәбәпле, былтыр үҫтергән татлы тамырҙы аҡсаға әйләндереүҙә күп хужалыҡтарға ҡыйынға төштө. Республикала шәкәр заводтар күп түгел. Раевкаларға быйыл 100 мең тоннаға күберәк сөгөлдөр эшкәртергә тура киләсәк. Был йәмғеһе 450 тонна тигән һүҙ. Уҙған йыл был һандар 600-гә тиклем барып еткән.

Олег Заретдинов, завод эргәһендәге шәкәр ҡабул итеү пункты етәксеһе: «Сөгөлдөр ҡабул итеү пункты автоматлаштырылған. Машиналар тиҙ бушатыла. Әлегә 36 мең тонна сөгөлдөр эшкәртеүгә әҙерләнде. Йәшелсәнең сифаты уртаса».

Сөгөлдәрҙән шәкәр ҡомо алыу процесы бик ҡыҙыҡлы. Завод эсенә йыуылып килеп ингән татлы тамыр ҡеүәтле ҡорамалдарҙа эшкәртелә.

Татлы тамыр турағыс аша үткәрелгәндән һуң, артабан һыу менән ҡатнаштырыла. Юғары температура аҫтында физика закондарына ярашлы һут шәкәр кристалдарына әүерелә. Артабан ул киптерелеп тоҡтарға тултырыла. Тәүлегенә 12 мең тоҡ шәкәр республика һәм Рәсәй сауҙа үҙәктәренә оҙатыла. Заводта эш бер минутҡа ла тынмай, ул өс сменала ойошторолға.

Сөгөлдөр Әлшәй баҫыуҙарының 7500 гектарында сәселгән. Баҫыуҙа татлы тамыр өйөмдәре янында элекке кеүек мәктәп уҡыусылары, сөгөлдөрсөләр юҡ. Әле ҡасан ғына ҡул көсө менән атҡарылған был ауыр эш махсус техника ярҙамында башҡарыла.

Ҡоро, аномаль килгән яҙ һәм һыуыҡ йәй эҙһеҙ үтмәне, ти ауыл хужалығы эшсәндәре. Шулай ҙа уңыш уртаса, гектарынан 250 центнер тирәһе. Республикала татлы тамыр 50 мең гектар ерҙә сәселгән. Һауа торошо яҡшы булғанда аграрийҙар уны ваҡытында йыйып алырға ниәтләй.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку