Республика хужалыҡтарында мал ҡышлатыу осоро дауам итә

Республика хужалыҡтарында мал ҡышлатыу осоро дауам итә 09.02.2017

Белгестәр фекеренсә, быйыл мал аҙығы етерлек, миҙгел уңышлы үтә,  тип әйтергә мөмкин.  Мәҫәлән, Иглин районы хужалыҡтарында  һәр һыйырҙан 4 тонна ярымдан ашыу һөт һауып алыуға өлгәшелгән.

Хәбибрахмановтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында эш ҡайнай. Малсылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан предприятиеның һәр минуты ҡәҙерле, һауын күләмен арттырырға, яңы фермалар төҙөргә, тоҡомсолоҡ эшен дә алып барырға кәрәк.  Йүнсел хужалар һуңғы ваҡытта мал торған иҫке биналарҙы ремонтлаған,  ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар һатып алған. ,,500 ферма,, республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыу ныҡлы этәргес бирҙе,киләсәктә тағы яңы һарай талап ителә, малға урын етмәй,  ти Хәбибрахмановтар.

Дәүләт ярҙамы менән  районда  12 ферма яңыртылған, 8-е төҙөлгән. Улар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Системаны автоматлаштырыу ҡул көсөн кәметеү мөмкинлеге лә биргән. Заманса шарттар үҙ сиратында фермаларға йәштәрҙе лә йәлеп иткән. Мәҫәлән,  Агро-весна хужалығында белгестәрҙең күбеһе йәш быуын вәкилдәре. Әле хужалыҡта  600 баштан ашыу эре мал иҫәпләнә, былтыр 6 мең тонна һөт етештерелгән. Хужалар фекеренсә, яҡшы күрһәткес мал аҙығының мул булыуы менән бәйле. Ошо фермала ике тиҫтә йылдан ашыу эшләгән Александр Константинов әйтеүенсә,  мал ҡышлатыу бик уңышлы бара.

Иглин районы хужалыҡтарында  17 мең баш тирәһе эре мал иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынатура килә.  Быйыл  малсылар  15 мең тоннанан ашыу бесән,  43 мең тонна сенаж, 12 мең тонна силос әҙерләгән. Шуға күрә һөт-ит етештереүҙә лә күрһәткестәр яҡшы. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра , шуға ла әле үк сәсеүгә әҙерләнә башлау мотлаҡ, ти хужалар. Быйыл төбәктә кукуруз майҙандарын да арттырыу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика