Республика хужалыҡтарында буласаҡ уңышҡа орлоҡ һалыу дауам итә

Республика хужалыҡтарында буласаҡ уңышҡа орлоҡ һалыу дауам итә 11.11.2015

Әлегә бураларға иртә сәсеүгә 314 мең тонна иген һалынған,  был планға ҡарата 102 процент.  

Бынан тыш, страховка фондына  32 мең тонна иген йәғни, пландың 70 проценты  тупланған.  Күсмә фондта бөгөнгә 80 мең тонна ужым культуралары орлоғо һаҡлана. Был шулай уҡ пландың 70 проценттан ашыуы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  күрһәткестәр былтырғынан юғары. Былтыр ошо уҡ ваҡытта иртә культуралар орлоғо әҙерләү  92, страховка фондын тултырыу  - 60 һәм  күсмә фондты байытыу 67 процентҡа ғына үтәлгән  булған. Бөрйән, Иглин, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Федоровка райондары орлоҡ әҙерләү йөкләмәһен тулыһынса үтәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика