Республика хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төштө

Республика хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төштө 09.09.2014

Благовар районы ауыл хужалығы эшсәндәре татлы тамырҙың уңышы юғары булыуына һөйөнә. Төбәктә гектар ҡеүәте уртаса 450 центнер самаһы. Продукцияны эшкәртеү ҙә уңышлы хәл ителә.

Благовар районының ауыл хужалығы эшсәндәре заманса сөгөлдөр йыйғыс комбайнның мөмкинлектәрен үҙләштерә. Быйыл төбәк паркын дүрт техника менән байытҡан.
Фәйрүз Моратов тәжрибәле комбайнерҙарҙарҙың береһе. 18-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған белгес тракторсы һөнәрен үҙләштергән. Оҙаҡ йылдар техника менән эшләгән ялан батыры заман технологиялары менән йыһазландырылған сөгөлдөр йыйғыс комбайнын «һә» тигәнсә үҙләштергән.
Благовар районы ауыл хужалығы эшсәндәре, быйылғы уңыш үткән йыл менән сағыштырғанда һөҙөмтәһе күпкә яҡшыраҡ, тип билдәләй. Бер гектар майҙандан ғына 45 тонналап шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыла. Татлы тамырҙың ҙурлығына шулай уҡ, августа яуып үткән ямғырҙар ҙа булышлыҡ иткән, ти белгестәр.
Благовар районы эшсәндәренең эшен замана технологияһы тағы ла әүҙемләштерә. Татлы тамыр бер көн эсендә 40 сутый ерҙән 18 тонналап ҡаҙып алына.
Продукцияны эшкәртеү ҙә уңышлы хәл ителә. Алдағы көндәрҙә ул урындағы ике шәкәр сөгөлдөрө заводына оҙатыласаҡ. Фермерҙар предприятиеға татлы тамырҙы сағыштырмаса арзан хаҡҡа тәҡдим итә, шулай ҙа һатып алыусыға әҙер продукцияның күпмегә төшәсәге билдәһеҙ. Сөнки сауҙа селтәрҙәре шәкәрҙе ғәҙәттә, икеләтә, хатта өсләтә ҡиммәтерәк хаҡ менән һатыуға сығара.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку