Республика хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә

Республика хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә 06.10.2016

Баймаҡ районы хужалыҡтары быйыл  етерлек кимәлдә мал аҙығы әҙерләүгә ирешкән. Районда мал башына  40 центнерға  яҡын  аҙыҡ тупланған. Һыйырҙың һөтө - телендә, ти халыҡ мәҡәле.

Шуға күрә лә, төбәктә мал аҙығының сифатын яҡшыртыуға иғтибар ҙур. Ошо көндәрҙә районда малдарҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү мәсьәләләренә арналған төбәк-ара семинарҙа ла һүҙ ошо хаҡта барҙы. Кәңәшмәлә малсылыҡ тармағын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк алдынғы технологиялар ҡулланыу, ошо йүнәлештә эшләүсе программаларҙа ҡатнашыу мәсьәләһе күтәрелде.
Мал һанын кәметеүгә юл ҡуймау, был йәһәттән тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу мәсьәләләре лә семинарҙа иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Сарала шулай уҡ яңы эш башлаусы фермерҙар ҙа үҙҙәренә бай мәғлүмәт тупланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика