Республика хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә төшә

Республика хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә төшә 05.06.2015

Яуаплы кампания алдынан тармаҡ министрлығы белгестәре бер нисә төркөмгә бүленеп, урындарҙа семинар -кәңәшмәләр уҙғара.  

Ошо көндәрҙә Шаран районында уҙған осрашыуҙа агротехник талаптарҙы теүәл үтәү, ҡышҡылыҡҡа  юғары сифатлы йәшел аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылды. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә,  талаптар үтәлгәндә, хужалыҡтарҙың һауым кимәлен арттырыу мөмкинлеге бар.      
Һуңғы йылдарҙа Шаран районында бесәнде төргәкләп әҙерләүгә өҫтөнлөк бирелә. Был алым берҙән хужалыҡ сығымдарын кәметергә булышлыҡ итһә, икенсенән йәшел аҙыҡ юғалтыуһыҙ йыйып алына. Райондың мал аҙығы культуралары баҫыуҙары 14 мең гектар майҙанды биләй,  уларҙың яртыһы күп йыллыҡ үләндәр. Мал аҙығы әҙерләү райондың тиҫтәләгән хужалығында башланып ҡына тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика