Республика хужалыҡтары алдына сәсеү эштәрен 25 майға тиклем теүәлләү бурысы ҡуйылды 30.04.2015

Был турала бөгөн Өфөлә үткән селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин белдерҙе.  

Уның фекеренсә, быйыл агросәнәғәт комплексына федераль һәм урындағы ҡаҙнанан  4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Тағы ла   федераль бюджеттан өҫтәмә  800 миллион һум бүленәсәк. Был сумма һөткә субсидия, шулай уҡ яңы эш башлаусы фермерҙарға  һәм ғәилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү  программаларын финаслауға китәсәк.  Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә,  баҙарҙа игенгә хаҡ һәм уға ихтыяж юғары кимәлдә һаҡлана. Быйыл 80 мең гектарға яҡын майҙанда ужым культураларын ҡайтанан сәсеү талап ителә.  Кәңәшмәлә йәшелсә һәм картуф үҫтереү һөҙөмтәле йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләнде. Сөнки дүртенсе йыл ғәмәлгә ашырылған мелиорация программаһы сиктәрендә хужалыҡтарға етештереү ҡеүәттәрен арттырыу мөмкинлеге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика