Республика халҡы «икенсе икмәк»һеҙ ҡалмаясаҡ

Республика халҡы «икенсе икмәк»һеҙ ҡалмаясаҡ 28.09.2016

Был көндәрҙә хужалыҡтарҙа картуф алыу аҙағына яҡынлаша.  Күгәрсен районының «Тәүәкән» дәүләт унитар предприятиеһында әле эштең ҡыҙған мәле. Быйылғы уңыш алдағы йылдар менән сағыштырғанда, күпкә аҙыраҡ. Быға һауа шарттары кире йоғонто яһаған, ти ауыл эшсәндәре.

Сөнки йәй айҙарында ямғырҙар бөтөнләй булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш биргән баҫыуҙар ҙа юҡ түгел. Хаҡтар әлегә юғары уртаса һаҡлана, әммә ҡышҡа ҡарай ул күтәрелеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта хужалыҡ  үҫтергән продукцияһын ҡалаларҙа ойошторолған көҙгө йәрминкәләргә сығарырға тырыша.  Тәүәкән хужалығының Свердлов бүлексәһе шәкәр сөгөлдөрөн дә ҡаҙа башлаған. Бындағы уңыш күрһәткестәре уртаса, былтырғынан кәм түгел, ти аграрийҙар. Сөгөлдөрҙө ҡаҙыуға әлегә бер комбайн ғына йәлеп ителгән, шуға ла механазаторҙар туҡтатмайынса тәүлек әйләнәһенә эшләргә әҙер. Татлы тамыр  баҫыуҙан тура Мәләүез ҡалаһының шәкәр заводына оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика