Республика фермерҙары былтыр мул уңыш йыйып алып ырҙын табаҡтарына 4 миллион тирәһе ашлыҡ һалды

Республика фермерҙары былтыр мул уңыш йыйып алып ырҙын табаҡтарына 4 миллион тирәһе ашлыҡ һалды 23.01.2018

Бер яҡтан ҡыуаныслы хәл, әммә урылған игенде һатып булмауы хужалыҡтар өсөн баш бәләһенә әйләнде. Һатып була, әммә ашлыҡ өсөн үтә лә арзан хаҡ бирәләр. Һөҙөмтәлә келәттәре булған хужалыҡтар яҡшы осор көтһә, һаҡлар урыны булмағандар осһоҙ хаҡҡа буһа ла һатыу яғын ҡарай. Хөкүмәт тә  мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә баш вата. Ауыл хужалығы министрлығы ашлыҡты биржаға сығарырға тәҡдим итә. Ләкин был йәһәттән дә ҡатмарлыҡтар бар. Уларҙы бергәләп хәл итергә фермерҙар семинар кәңәшмәгә йыйылды.

Яҙғы баҫыу эштәре яҡынлашҡан һайын фермерҙарҙың борсолоуы көсәйә генә. Ашлыҡ бар, ә һатып булмай. Дөрөҫөрәге һатып була, ләкин унан алған килем сәсеүгә киткән сығымдарҙы ла ҡапламаясаҡ.
Быйыл иһә аралашсылар юҡ.  Һалымдар өлкәһендәге үҙгәрештәр арҡаһында был тармаҡ хәҙер улар өсөн табышлы түгел. Һөҙөмтәлә әле ашлыҡтың бер килограмы өсөн ни бары 4 һум етмеш тин генә тәҡдим итәләр.
Тармаҡ ведомствоһы хужалыҡтарға биржаға сығырға тәҡдим итә. Был осраҡта ашлыҡ баһаһын бер аҙ арттырып булыр, тип өмөтләнә аграрийҙар.
Шулай ҙа биржаға брокерһыҙ инеү мөмкин түгел. Улар клиентҡа сауҙа мөмкинлектәре менән ҡулланыу, һатып алыусылар, инвесторҙар табырға ярҙам итә.
Илья Антонов, брокер компанияһы вәкиле: «Брокерҙар аралашсы түгел. Биржала клиенттар һәм инвестиция компаниялары ғына бар. Ләкин улар ҙа йүнәлтеүсе, өйрәтеүсе булмайынса уртаҡ фекергә, ике яҡ өсөн дә отошло килешеүгә килә алмай».
Брокерҙар  бушҡа эшләмәй. Улар ҙа  аралашсылар шикелле үҙ өлөшөн алып ҡаласаҡ. Өҫтәүенә, биржала һатыу  өсөн юл сығымдарын да етештереүселәрҙең үҙҙәренә ҡапларға тура киләсәк. Шуға ла ашлыҡ менән сауҙа итеүҙең был төрө отошло тип әйтеп булмай, ти фермерҙар.
Һәм шуныһы,  биржа фермерҙарҙан туранан-тура ашлыҡ ҡабул итмәй. Етештереүселәр элеваторҙар аша эшләргә тейеш. Ә улар, аккредитация үткәндәре, республикала дүртәү. Тимәк тирмән мөйөштәренә лә он ултырмаҫ тимә. Нисек кенә булмаһын, әле был ашлыҡты аҡсаға әйләндереүҙең тормошҡа ашырырлыҡ юлы. Әлбиттә, яҡшы осорҙо көтөргә лә мөмкин, ләкин ҡасан килер ул ваҡыт? Иген сереп бөткәсме? Уңыш тотош илдә рекорд күләмендә йыйылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку