Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә

Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә 30.08.2017

«Ураҡ-2017» компанияһына Күгәрсен районы игенселәре лә әүҙем ҡушылды.

Райондың иң ҙур ауыл хужалығы «Тәүәкән» йәмғиәте баҫыуҙарында эштең ҡыҙған мәле. Хужалыҡ баҫыуҙарын 18 комбайн иңләй, бөгөнгә 11 меңдән ашыу гектар сәсеүлектең яртыһы урып-йыйылған. Уңышты йөк машиналары иген һаҡлау келәттәренә ташый, яҡшы сифатлы иген урындағы хужалыҡтарға һәм сит райондарға орлоҡҡа һатыла. Баҫыуҙа эшләүселәргә йылы аш-һыу ойошторолған, хәүефһеҙлек саралары ла күрелгән. Һауа шарттары яҡшы торғанда эште игенселәр тиҙ арала бөтөрөргә вәғәҙә итә. Шулай уҡ әле ужым культуралары сәсеү ҙә алып барыла. Тәүәкәндә  8600, ә Күгәрсен районы хужалыҡтарында17 мең гектарҙан ашыу ужым культуралары сәсеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку