Республика баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыу кампанияһы дауам итә

Республика баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыу кампанияһы дауам итә 08.10.2015

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, әле 800 мең тоннанан ашыу татлы тамыр йыйып алынған, эш майҙандарҙың 66 процентында тамамланған. Иң яҡшы күрһәткестәргә Саҡмағош районы хужалыҡтары өлгәшкән. Бында 120 мең тонна самаһы татлы тамыр ҡаҙып алынған.

Федоровка районының «Фрунзе» хужалығы ла сөгөлдөрҙө ҡаҙып алыуҙы тамамларға иҫәп тота. Быйыл хужалыҡ татлы тамыр өсөн 60 гектар майҙан бүлгән. Уртаса  гектар ҡеүәте 250 центнер самаһы. Шул уҡ ваҡытта сөгөлдөрҙө ташыуға бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Шәкәр заводы йөк автомобилдәре бирмәй.
Хужалыҡҡа мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килә. Улар сөгөлдөр йыйыусы техниканан һуң ҡалған тамыраҙыҡтарҙы йыя. Балаларҙың хеҙмәте тейешенсә баһалана,  хужалыҡ мәктәпкә шәкәр бирә. Уҡыусылар баҫыу эшенә ҙур теләк менән сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку