Республика ауылдарында әле һуғым осоро

Республика ауылдарында әле һуғым осоро 26.12.2015

Хәйбулла районының Таштуғай ауылы  халҡы был эштәрҙе күптәнге йола буйынса күмәкләп, өмә ойоштороп башҡара. Быйыл улар һуғым ашы йолаһын да еренә еткереп башҡарҙы. Урындағы мәҙәниәт йортонда уҙған сара, ҙур байрамға әйләнде.

Ҡунаҡ килһә ит бешә,  ит бешмәһә бит бешә, ти халыҡ әйтеме. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен  тырыш Таштуғай ауылы халҡы яҡшы аңлай. Урындағы шәхси хужалыҡтар ҡура тултырып мал аҫрай. Шуға ла  һуғым осоро ауылда ҙур байрамға әйләнә.  Боронғо йолаларҙы һаҡлау, мал тәрбиәләү тәжрибәһе менән ураҡлашыу маҡсатында быйыл ауылда ҙур байрам ойошторолдо.
Һуғым ашының төп ризығы  әлбиттә, тултырма. Һәр  йортта ул табын түрендә. Таштуғай ауылы ағинәйҙәре милли ризыҡты әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Байрамда ҡатнашыусылар йылҡы, һыйыр, һарыҡ итенән ауыҙ итте. Төбәктә һаҡланып ҡалған  йолалар тураһында фекер алышты. Ошонда уҡ урындағы ағинәйҙәр клубы  ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Зөһрә Латипова ырғаҡ ярҙамында ғына  дүрт тиҫтәгә яҡын шәл бәйләгән. Бикәстәренә, һеңлеләренә бирнә әҙерлеү ҙә уның ярҙамынан тыш үтмәй.
Ауыл ағинәйҙәре клубы етәксеһе Фәриғә  Күсәкова әйтеүенсә, милли йолаларҙы тергеҙеү бигерәк тә  йәш быуын өсөн әһәмиәтле. Шуға ла йыл һайын халҡыбыҙҙың  һәр миҙгелгә хас  байрамдарын ойоштороуға етди иғтибар бүленә.
Таштуғайҙар ер ҡөҙрәтен тойоп, унан илһамланып, йолаларға тоғро ҡалып көн итә. Урындағы халыҡ заман елдәре нисек кенә иҫмәһен, ауылдың  илебеҙҙе туйындырыусы, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе төп көс булыуын яҡшы аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика