Республика ауыл хужалыҡтарында яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек тамамланыу алдында

Республика ауыл хужалыҡтарында яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек тамамланыу алдында 06.03.2017

Баҫыуға йәлеп ителәсәк техникаларҙы ремонтлау һуңғы этапҡа сығарылды. Бишбүләк районы хужалыҡтарында эш  80 процентҡа теүәлләнгән.

Бишбүләк районында быйыл 60 мең гектарҙан ашыу ер эшкәртеләсәк. Яҙғы-сәсеү эштәрен ауыл эшсәндәре бер ай эсендә атҡарып сығырға ниәтләй. Быға техникаларҙың төҙөклөгө, яғыулыҡ-майлау материалдары ла һәм әлбиттә, механизаторҙың булдыҡлығы ла үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Баҫыу эштәренә барлығы өс тиҫтәләп техника йәлеп ителәсәк. Уларҙың күбеһе яңы.
Көҙ айҙарында иген һаҡлау келәттәренә оҙатылған орлоҡтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ауыл эшсәндәре ҡыш дауамында уларҙың дымлылығын күҙ уңында тотто. Ә инде һауа температураһы бер аҙ күтәрелә төшкәс, иген һәм майлы культураларын ағыулау эшенә тотонасаҡ. Был ысул билдәле булыуынса зарарлы матдәләрҙән һаҡлау маҡсатында башҡарыла.
Бишбүләк районының почетлы гражданины Владимир Абрамов 79 йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшенән айырылмай. Бар ғүмерен республика ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған замандашыбыҙ йәштәрҙе эшкә өйрәтеүҙе үҙ бурысы һанай
Заманға яраҡлашып эш башлаған төбәк хужалыҡтарының береһе йыл да үҙ уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай. Икенсенән, Бишбүләк районы иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. «500 ферма» республика программаһында ҡатнашып һөт һыуытҡысы алыуға өлгәшә. Тәүлегенә 2 мең самаһы һөт һауып алына. Продукцияны реализациялау ҙа уңышлы хәл ителә. Ул урындағы предприятиеға 21 һум 50 тингә оҙатыла. Әйткәндәй, хужалыҡ йыл аҙағына тиклем яңы мал һарайы төҙөүҙе күҙаллай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку