Республика  аграрийҙары  ярауай культураларҙы урыуға төштө 28.07.2015

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда,   арыш 12  мең гектарҙан ашыу майҙанда  урылған, ашлыҡтың  өс меңдән ашыу тоннаһы  һуғылған. Ужым бойҙайы бер мең гектар майҙанда йыйып  алынған. Ураҡта  Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй, әле уртаса гектар ҡеүәте 29,5 центнер тәшкил итә. Унан ҡала Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Бүздәк һәм Мәләүез райондары килә.

Яуаплылығы сикләнгән  Калинин исемендәге  агросәнәғәт предриятиеһында    ураҡҡа төшөүҙәренә  өс  көн генә, ә ужым  арышын урып бөтөп тә баралар. Баҫыуҙарҙа  хужалыҡтың үҙенең егермеләп һәм МТС-тан килгән  ун комбайн эшләй.  Ҡеүәтле техника көнөнә 500-600 гектар  майҙанды иңләй.

Ырҙын табағы  ла гөрләп тора.  Бында көнөнә ике-өс мең тонна тирәһе ашлыҡ килтерелә.  Уңышты ҡабул итеү менән бер рәттән  төҙөлөш бара. Хужалыҡ орлоҡ  таҙартыусы яңы комплекс һала  башлаған.  

Яңы комплексты сафҡа индереү менән эштәр күҙгә күренеп ырар тип көтөлә. Ә уңыштың бер килкеһен  ырҙын табағына  килтереп тә тормайҙар. Хужалыҡ дүртенсе йыл инде игенде киптермәй генә үҙенсәлекле ысул менән  һаҡлауҙы  тәжрибәгә алған.

Финляндиянан һатып алған был ҡаптар уңайлылығы менән айырыла.  Һәр минуты алтынға бәрәбәр ураҡ ваҡытында ашлыҡты киптерергә алып барып йөрөтмәгәс ярты көнгә тиклем ваҡыт экономиялана. Тик техника сафтан да сығып ҡуя. Беҙ килгәндә игенде тултырыусы ҡоролма ватылып механизаторҙар уны йүнәтеү менән мәшғүл ине. Стәрлетамаҡ районы ауыл хужалығы эшсәндәре   ураҡты һәр саҡ  ваҡытында башлап хатта, алдан тамамларға күнеккән. Быйыл да һынатмаҫтар.

Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика