Республика аграрийҙары мал аҙығының 50 процентын әҙерләгән

Республика аграрийҙары мал аҙығының 50 процентын  әҙерләгән 12.07.2017

Был былтырғы ошо осорҙағы күрһәткестән күпкә кәмерәк. Һауа торошондағы аномаль күренештәрҙән сығып, төбәк хөкүмәте ауыл хужалығы эшмәкәрлеген көйләү мөмкинлеген хәл итә.

Ауыл хужалығында 6100 фермер хужалығы бар. Тап улар тырышлығы менән продукция етештереү күләме арта, сәсеү майҙандары киңәйә, мал һаны ишәйә. Республикала сәсеүлектәрҙең 22 процентын, 820 мең гектарҙы фермерҙар эшкәртә. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, һөт етештереү 6 процентҡа артҡан. "Башлап эшләүсе фермер","Ғаилә фермаһы" программалары буйынса 114 фермер һәм 34 ғаилә грант алған. Биш йыл эсендә 653 фермер хужалығына дәүләт ярҙамы бүленгән. Йәрмәкәй районында эшләүсе фермер Ольга Иванова грант аҡсаһына бер юлы өс эш башҡара алған иген эшкәртеү ҡоролмаһын алған. Урып-йыйыу барышында ул хеҙмәт етештереүсәнлеген бер-нисә тапҡырға арттырасаҡ.
Ольга Иванова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Субсидиялар һәм гранттар системаһы эшебеҙҙә ҙур ярҙам. Иген эшкәртеү ҡоролмаһын үҙ көсөбөҙгә генә һатып алып булмаҫ ине. Субсидияға алынған иген эшкәртеү ҡоролмаһы эштәрҙе күпкә еңелләштерәсәк».
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры билдәләүенсә,  тәбиғәт факторҙары яҙғы сәсеүгә, мал аҙығы әҙерләү кампанияһына ла эҙһеҙ үтмәй. Сәсеү йыш яуған ямғырҙар арҡаһында 2-3 аҙнаға һуңыраҡ тамамланды. Йылылыҡ етмәүе уңышҡа ла йоғонто яһаясаҡ, ти белгестәр. Башҡортостандың ауыл хужалығында киләһе уңыш буйынса өс төрлө фараз билдәләнә. Тармаҡ министры билдәләүенсә, әгәр ҙә республикала үткән йылдағынан ике тапҡырға кәм уңыш -  миллион ярым тонна иген йыйып алынһа, ҡурҡырға кәрәкмәй. Дәүләттең иген запасы етәрлек. Урып-йыйыу барышына фараздар бирергә иртәрәк, бөтәһе лә августа билдәле буласаҡ. 13 районда  ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителәсәк. Был үҙ сиратында нормативтарҙы үтәмәгән өсөн штрафтарҙан ҡотҡарасаҡ.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Ауыл хужалығы министрлығынан 2016 йылда федераль бюджетттен ғәҙәттән тыш хәл индерелгән төбәктәргә 160 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы биреләсәк. Әгәр ҙә беҙҙә ундай факттар теркәлгән икән, беҙгә уларҙы актҡа индерергә кәрәк. Беҙҙә бөтәһе лә яҡшы, тип етешһеҙлектәрҙе йәшереп күкрәк һуғырға түгел. Юғалтыуҙар бар икән уны мотлаҡ  рәсмиләштерергә кәрәк».
Краснокама районы ла  ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителәсәк райондар исемлегендә. Бында ямғырлы йылда мал аҙығын япраҡ бәйләп әҙерләү ысулы билдәләнгән. Техника баҫыуға үтә алмағанда был ысул үҙен аҡлай. Һәр ойошма был эштә әүҙемлек күһәтеп, 300 тонналап япраҡ аҙығы әҙерләнәсәк. Әлеге ваҡытта төбәктә  сенаж 43 процент, бесән ни бары ун проценттан ашыу әҙерләнгән. Ауырғазылар иһә өс -дүрт көн сенаж һалыуҙа йылдамлыҡ күрһәтә. Улар ете йөҙ баш малға етәрлек мал аҙығы әҙерләргә ниәтләй.
Йылына Рәсәйҙә игенгә ихтыяж 70 миллион тонна тәшкил итә. Быйыл ул 100 миллион тоннанан да кәм етештерелмәйәсәк. Игенгә хаҡтар артмаясаҡ, тип белдерә эксперттар.
Александр Корбит, Рәсәй игенселәр союзы вице-президенты: «Быйыл иген йылдағынан аҙыраҡ булмаясаҡ тип фаразлайбыҙ, һандар 100-107 мең  һәм 112-115 миллион тонна буласаҡ, беҙ тик яҡшы уңышҡа ғына өмөтләнәбеҙ».
Теүәл бер аҙнанан Башҡортостанға илебеҙҙең 60 төбәгенән ауыл хужалығы белгестәре килә.  Ауыл биләмәләрен үҫтереү һәм бәләкәй хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдары буйынса Бөтә Рәсәй семинары үтәсәк. Ауыл хужалығы министрлығы тармаҡ алдында торған мәсьләләрҙе һәм уларҙың сиселешен планға ярашлы һәм һөҙөмтәле эшләүҙә күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика