Республика аграрийҙары быйыл яҡшы уңыш көтә

Республика аграрийҙары быйыл яҡшы уңыш көтә 18.07.2015

Белгестәр бураларға 3 миллион тонна самаһы иген һалыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итә. Ләкин был һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн көсөргәнешле эш башҡарырға кәрәк. Комбайндарҙың техник торошон тикшерергә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү талап ителә. Һәм был тәңгәлдә артта ҡалған хужалыҡтар ҙа юҡ түгел. Бөгөн оператив штабҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, ужым культураларын авгусҡа тиклем урып ҡуйырға тигән күрһәтмә бирелде.  

Мал аҙығын махсус пленкаға төрөү бер нисә өҫтөнлөккә эйә. Беренсенән бындай тәгәрмәстәр күп урын талап итмәй. икенсенән үләндең дымы һәм туҡлыҡлы элементтары ҡышҡаса һаҡлана. Әлбиттә, бесән һаҡлауҙың яңы алымы күп сығымдар талап итә, тик улар мотлаҡ аҡланасаҡ ти Туймазы аграрийҙары. Бындай аҙыҡты мал тулыһынса ашап бөтә, 3-4 айлыҡ быҙауҙар ҙа уны яратып көйшәй. Быйыл мал аҙығын һаҡлау мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк буласаҡ. Йәй башындағы ямғырҙар бесәндең уңыуына килтерҙе, хәҙер тик уны йыйып өлгөрөргә кәрәк. Эҫе июнь бының өсөн уңайлы булһа, әле һауа торошо аграрийҙарҙы ҡыуандырмай.
Әлегә эштәрҙең яҡшы барыуына ҡарамаҫтан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин темптарҙы кәметергә ярамай тип билдәләне . Ужым һәм яҙғы культураларҙың әкренләп өлгөрөүө хужалыҡтарға эштәрҙе башҡарыуға күберәк ваҡыт бирә. Шуға ла  иртә өлгөрөүсе культураларҙы урыу август аҙағына тиклем тулыһынса тамам булырға тейеш.
Бер комбайн да тик торорға тейеш түгел. Әленән үк һәр техник берәмектең ҡайҙа эшләйәсәген билдәләү зарур. Ниндәйҙер сәбәп менән комбайнға эш юҡ икән, уны мотлаҡ икенсе хужалыҡҡа ҡуртымға бирергә  кәрәк тине Илдар Тимерғәлин. Сөнки быйыл иген һәм башҡа культураларға юғары хаҡ буласағы күҙаллана. Ҡоролоҡтан уңышын юғалтҡан Рәсәйҙең үҙәк өлөшө әле үк  иген культураларын һәм көнбағыш  һатып алыу теләген белдерә.  
Һүҙ сөгөлдөр тураһында ла барҙы. Хужалыҡтарҙың күбеһе баҫыуҙарҙы гербицид менән эшкәрткән, уңыш яҡшы булыуы көтөлә. Шуға ла татлы тамырҙы йыйыуҙа тотҡарлыҡтар булырға тейеш түгел тип билдәләй ауыл хужалығы министры. Николай Коваленко хужалыҡтарға комбайндарын тәртипкә килтерергә, шәкәр заводтарын тикшерергә кәңәш итте. Уларҙы сентябрь башында уҡ эшләтеп ебәрергә кәрәк тине министр, сөгөлдөрҙөң туңыуына, баҫыуҙарҙа ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай.
Быйылғы урып-йыйыу эштәрен тотороҡһоҙ һауа шарттарында башҡарырға тура киләсәк тип көтөлә. Бер көн ҡояшлы торһа, иртәгәһенә үк ямғыр яуыуы ихтимал. Шуға ла уйыйылған уңышты һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим. Хужалыҡтарға игенде ваҡытында киптереү өсөн элеваторҙарҙы һәм аҙбарҙарҙы әҙер тоторға кәңәш ителә. Яҡшы килем алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика