Район башлыҡтарына, райком секретарҙары ла яландар буйлап эшләп йөрөгән, советтар осорон хәтергә төшөрөргә кәрәк

Район башлыҡтарына, райком секретарҙары ла яландар буйлап эшләп йөрөгән, советтар осорон хәтергә төшөрөргә кәрәк 02.08.2017

Юғиһә, айырым  етәкселәр офис хеҙмәткәрҙәренә әйләнеп бөткән.  Уңыш йыйыу барышы тап һеҙҙең әүҙемлектән тора, тине Рөстәм Хәмитов район башлыҡтарына.   Ҡайһы бер хужалыҡтар ҡыҙыу эш мәлендә лә илке-һалҡы ғына эшләй. Һөҙөмтәлә Үҫтерелгән ашлыҡ та урылмай ҡала.  Былтыр мәҫәлән уңыштың  25 проценты ырҙын табаҡтарына индерелмәгән. Төбәк башлығы белдереүенсә, йәй ауыр килгән йылды бындай күренештәргә юл ҡуйырға ярамай. Уңыш йыйыу мәлендә береһе лә еңел тормош вәғәҙә итмәне, тине Рөстәм Хәмитов.  

Ялан караптары  иген диңгеҙен гиҙә. Ауыл эшсәндәре  өсөн иң ҡыҙыу мәл башланды. Комбайнсылар иртә таңдан ҡара төнгә тиклем ҡырҙа. Күтәрелгән саңдан тештәре генә ялтырап күренеп торһа ла  кәйефтәр яҡшы.   Үҙ эшеңде яратһаң ауырлығы һиҙелмәй ҙә ул, ти улар.
Хәйбулла ураҡҡа тәүгеләрҙән булып төшөүсе райондарҙың береһе. Уңыш ярайһы уҡ яҡшы булмаҡсы, тип өмөтләнә аграрийҙар. Йәй республика өсөн уртаса килгән йылдарҙа Хәйбуллала ҡоролоҡ булһа, башҡа райондарҙа ямғырлы мәлдә беҙҙең өсөн һауа шарттары яҡшы торҙо , тип ҡыуана улар.
Әле республикала ураҡҡа ике-өс район ғына төшкән. Былтыр иһә был ваҡытҡа ашлыҡтың дүрттән бер өлөшө йыйылып ырҙын табаҡтарына оҙатылғайны.  Республика етәксеһе һауа шарттарына һылтанып  эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты.
Рөстәм Хәмитов ураҡ кампанияһының барышын  туранан-тура район башлыҡтары әүҙемлегенә бәйләй. Ҡыҙыу мәлдә офистарҙа ултырып ҡына уңыш йыйып булмай тине ул. һөҙөмтәлә үҫтерелгән ашлыҡ яландарҙа ятып ҡала, тине төбәк етәксеһе.
Ураҡ кампранияһы барышы өс эштең бергә алып барылыуы менән дә ҡатмарлаша. Быйыл аграрийҙарға ураҡты ла, мал аҙығы әҙерләүҙе лә, ужымға сәсеүҙе лә бер юлы башҡарырға тура килә. Әйткәндәй, быйыл ҡышҡылыҡҡа 6 йөҙ гектар  планлаштырылған. Былтырғы кеүек ҡоролоҡҡа һылтанып булмаясаҡ. Майҙандар тулыһынсак сәселергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку