Рәсәйҙә ужым культуралары ауыл хужалығы белгестәрендә борсолоу уята

Рәсәйҙә ужым культуралары ауыл хужалығы белгестәрендә борсолоу уята 10.03.2015

Сәсеүлектәрҙең 18 проценты туңған. Волга буйы федераль округында ужымдың 22 проценты зыян күргән. Башҡортостанда хәл нисек? Беҙҙең республика ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн хәүефле төбәк һанала. Ә бит иҡтисади көрсөк һәм сит илдәр менән тауар әйләнеше өҙөлгән мәлдә уңыштың һәр центнеры һынаулы. Агрономдар алдында зыян күргән ужым күләмен билдәләп, сәсеүлектәрҙе тиҙ арала ҡайтанан эшкәртеү бурысы тора.

Ужым культураларын  уңыштың нигеҙе тип әйтергә лә мөмкиндер. Уны яҡшы ҡышлатыу өсөн ҡар ҡалынлығының 10-20 сантимектр булыуы ла етә, ти агрономдар. Өфө районында был ҡиммәтле культураларҙың туңыу осраҡтары әлегә билдәле түгел.
Ужымды һәр ерҙә лә сәсеп була. Әммә уның ҡыш сығыуы яландарҙа ҡар йүнләп ятмаған райондар өсөн икеле. Бындай хәүефле төбәктәрҙә уны йыш ҡына ҡабаттан сәсергә тура килә.
Игенселек өсөн хәүефле төбәк һаналған Башҡортостан хужалыҡтары ужымды мөмкин тиклем күберәк сәсеп ҡалдырырға тырыша. Өфө районы квадрат километрҙары менән ҙур күренһә лә, сәсеүлек майҙандары буйынса республикала илленсе урында ғына килә. Ни өсөн тигәндә, гектар-гектар яландарҙы йыл һайын баш ҡаланың ниндәй ҙә булһа төҙөлөшө «йота».
Майҙандар йылдан йыл кәмеһә лә, Өфө районы ужымды иң яҡшы ҡышлатҡан төбәктәрҙең береһелер. Яҙын сәселгән м енән сағыштырғанда уның гектар ҡеүәте лә 5-6 центерға юғарыраҡ була.
Ужым культураларын да күп осраҡта хәүефле шарттарҙа сәсергә тура килә.Орлоҡ ергә төшөп тә дым етмәүе иң ҙур бәләнең береһе, ти агрономдар.
Ужымды ҡабаттан сәсеү сығымдарын ҡайтарыуға федераль ҡаҙнанан туранан тура ярҙам юҡ хәҙер. Яҙғы ҡыр эштәре буйынса штаб ултырышында билдәләнеүенсә, был аҡсаларҙы алыу өсөн һәр хужалыҡтың сәсеүлектәргә страховкаһы булырға тейеш. Республика буйынса 500 мең гектарға яҡын ужымдар өсөн ҡыш хәүефһеҙ генә үтеп бара. Әлегә уларҙың 89 мең гектарын ғына ҡабаттан сәсергә кәрәклеге тураһында билдәле.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика