Рәсәйҙең «Иң яҡшы һабансыһы» конкурсы быйыл Башҡортостанда үтә

Рәсәйҙең «Иң яҡшы һабансыһы» конкурсы быйыл Башҡортостанда үтә 15.05.2017

Алтынсы бөтә Рәсәй чемпионаты «Баҫыу көнө» сиктәрендә ойошторола. Ер һөрөү буйынса ярышта республика  механизаторҙары һәм ил төбәктәрендә уҙған конкурс еңеүселәре ҡатнаша.   26 июндән 1 июлгә тиклем барған сараға Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән аграр тармаҡ белгестәре  килеүе көтөлә.

Ҙур сараға  әҙерлек  башланған да инде. Өфө районындағы баҫыуҙа республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына  ер участкалары  бүлеп бирелгән. Делянкаларҙа  иртә культуралар сәселгән. Әле хужалыҡтар картуф ултырта, көнбағыш һәм кукуруз сәсә. Аграрийҙар  Башҡортостанда  ҡулланылған алдынғы технологиялар, төрлө сорттарҙың  уңыш биреүсәнлеге һәм заманса ауыл хужалығы техникаһы менән таныштырасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку