Рәсәйҙә  аграр  тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә дәүләт программалары уңышлы эшләй 13.10.2015

«Ғаилә йорт хайуандары үҫтереү фермаһы» проекты  - ауылда йәшәгән  йүнселдәр  өсөн иң  ҡулайлыһылыр, моғайын. Киләһе яҙма Туймазы районы уңғандары - Ғәлимовтар тураһында

Алдағы көндәрҙә  һыуыта, ҡыш еткәнсе һарайҙы төҙөп өлгөрөргә кәрәк.  Ғәлимовтар һарыҡ аҫырай. Быйыл ғаилә эштәрен киңәйтеү маҡсатында дәүләт ярҙамы алған. Хужалыҡҡа  «Ғаилә йорт хайуандары үҫтереү фермаһы» проекты  сиктәрендә  алты миллион һум  аҡса бүленгән. Бизнес-план ун миллионға  иҫәпләнгән. Программа буйынса грант был хаҡтың  алтмыш процентын тәшкил итә. Һамарҙан 130 баш һарыҡ алып ҡайтҡандар. Киләсәктә мал һанын арттырырға ниәтләйҙәр.  
Ғәлимовтар өсөн һарыҡ үрсетеү яңы шөғөл түгел. Ғаилә электән малды күпләп  аҫырай. Хужалыҡтың 240 гектар ере бар. Баҫыуҙа арпа, һоло үҫтерелә. Малдарға ҡышҡа  етерлек бесән әҙерләп ҡуйылған. Бөтә эш  ғаилә көсө менән башҡарыла. Уҙаманға  ике улы, яҡындары  ярҙам итә. Ғаилә башлығының үҙенә лә чабан булырға тура килә.  
Әле фермаға электр  үткәрелә. Һарайҙарға  йылытыу ҡоролмалары ла урынлаштыраһы ла бар.
Республикала  ғаилә көсө менән генә ферма тотоу  киң таралмаған. Күп  ауылдарҙа  һаман да үҙгәртеп ҡороу заманында тарҡалған  коллектив хужалыҡтарының  аҙбарҙары буш тора. Яңыса йәшәргә, бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алып донъя көтөргә теләүселәргә ауыл ерендә ихтыяж көслө. Бигерәк тә санкция шарттарында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика