Производствола йәрәхәтләнеү осрағын алдан иҫкәртеү 16.05.2015

Йылайыр районында  үҙ йөрөшлө машиналарҙы эксплуатациялауҙа ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын  иҫкәртеү буйынса кәңәшмә  үтте. Был сараға Урал аръяғының дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәкселәре  саҡырылды. Кәңәшмәнең төп һорауҙарының береһе - шәхси ҡулдарҙағы тениканың торошон күҙәтеү  һәм тракторсы-машинистарҙың танытмаларын  тикшереү ине. Белгестәр фекеренсә, бөтә хужалар ҙа яңы техникаһын теркәргә ашығып бармай, хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа документһыҙ һатып ала.

Үткән йыл республика биләмәләрендә тракторҙар ҡатнашлығында 55 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 13 кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл-транспорт фажиғәләренең 30 процентына оҙаҡ йылдар дауамында техник күҙәтеү үтмәү сәбәпсе. Уның эҙемтәһе бик үкенесле - техниканың төҙөк булмауы арҡаһында йәрәхәттәр алыу.
Ринат Ғәлимов, Башҡортостан республикаһының дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе: «Йыл һайын үткәрәбеҙ теосмотр, техник торошо тура киләме, документтары теүәлме. Йыл һайын юлүтранспорт фажиғәләре кәмей бара».
Кәңәшмә һуңында белгестәр   техника  торошон тикшерҙе. Йылайыр районында барлығы  үҙйөрөшлө 1 мең 850 берәмек машина һәм уларҙың арбалары теркәлгән. Операция барышында 80 трактор һәм 13 арбаға техник күҙәтеү үткәрелде. Техниканың 86 процентының торошо ыңғай баһаланды.
Фәрит Абдулов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Бындай техник күҙәтеүҙәр кәрәкле. Техника тыштан ғына  таҙарып ҡалмай, бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика