Ҡошсолоҡ фабрикаларының тауыҡ үрсетеү өсөн тоҡом йомортҡаларын сит илдән алыуы  генетика үҫешен артҡа һөйрәй 25.06.2015

Үҙебеҙҙә ошондай йомортҡаларҙы сығара башлау өсөн 15-20 йыл ваҡыт кәрәк,- ти белгестәр. Ҡаҙ-өйрәк йомортҡаларын етештереүсе Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы Рәсәйҙә берҙән бер предприятие.

Һыу ҡоштарын үрсетеү буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер селекция үҙәге был. Благовар тоҡомсолоҡ заводы йомортҡаларын алырға бөтә илдән, Урта Азиянан һәм Белоруссиянан күпләп киләләр.
Рәсәй кимәлендә ошолай берҙән-бер булыу, ҡыҙғанысҡа күрә, тик ҡаҙ-өйрәк селекцияһына ғына ҡағыла. Тоҡом йомортҡалары Рәсәйҙә хәҙер бөтөнләй юҡ. Ҡошсолоҡ фабрикалары уларҙы тулыһынса сит илдән ала. - Бәләнең башы, - ти белгестәр, - Рәсәй ауыл хужалығы фәненең көндән-көн нығыраҡ бөлөүендә.
Өлөшләп бүлгәндә, Рәсәйҙә һәр кешегә 19 гектар ер тура килә. Йылға-күлдәргә бай илебеҙҙә һыу ҡоштары селекцияһының тик Башҡортостанда ғына алып барылыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ти ғалимдар. Ә инде «Благовар»ҡош үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводының ауыр йылдарҙы имен-аман йырып сығыуы үҙе бер мөғжизә кеүек.
Благовар тоҡомло ҡоштар заводы үрсем йомортҡаларын йылына 7 миллион дана итеп сығара. Уларҙың яҡын сит илдәргә китеүе һәм илебеҙ ҙурлығын күҙ алдына килтергәндә «тоннелдең теге яғында яҡтылыҡ күренеүе» шикле. Тимәк, булғанды үҫтереү, киңәйтеү берҙән- бер юл. «Магик көскә эйә булыусы» өс һүҙ тороп ҡала - Хөкүмәт. Ярҙам. Субсидия.
Илдең үҙ армияһын ҡарай алыу-алмауы хаҡында билдәле бер әйтем бар. Әгәр уны фән юҫығына күсергәндә, «Үҙ фәнен, генетикаһын үҫтерә алмаған ил сит илдекен үҫтерәсәк. Эйе, белгестәр бар, әммә улар яйы сығыу менән «оҙон аҡса» эҙләп сит илгә китергә тырыша. Ауыл хужалығы тип көйәләнгән ғалимдарҙың береһе әйтеүенсә, аграр секторға бирелгән һәр 10 һумдың 1 һумын фәнгә бүлергә кәрәк. Ярҙам итер микән? «Диңгеҙҙәге тамсы» булмаҫмы?
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика