Ҡорбан салыуҙың үҙ йолаһы, уға тәғәйенләнгән малы бар тиҙәр

Ҡорбан салыуҙың үҙ йолаһы, уға тәғәйенләнгән малы бар тиҙәр 23.09.2015

Ауыл ерендә мосолман халҡы ҡорбан ғәйете байрамында күпләп һарыҡ малын ҡорбан итә. Һуңғы йылдарҙа һарыҡ аҫыраусылар кәмей барыуы күҙәтелгәндә, Күгәрсен районының Моҡас ауылында йәшәүсе Әбдрәхимовтар ғаиләһе хужалығында бөгөн йөҙ һикһән  баш һарыҡ малы аҫрала. Уларҙың һанын биш йөҙгә тиклем еткерергә иҫәп тотам, ти йәш фермер.

Аҙбарҙа ун бишләп эре баш мал да бар. Киләсәктә һыйырҙарҙы үрсетеп, дәүләткә һөт тапшырып килем алырға уйлайҙар. Малдарға бесән әҙерләү өсөн лизингка трактор һәм  преслау агрегеты һатып алғандар. Ҡул эшендә ауылдаштары, туғандары ярҙам итә.  Мал үрсетеү Әбдрәхимовтарҙа нәҫелдән  килә,  йәш фермерҙың  атаһы Ғәбделәхәт тау битләүендә төпләнеп йәшәгән.  Көтөүлек иркен,  һыу бар, бөтә уңайлыҡтар булғанда ата-олатайҙар кәсебен дауам итеү көн талабы ти Әбдрәхимовтар.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку