Оҙайлы ямғырҙарға бәйле, республиканың ҡайһы бер райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индереүе ихтимал

Оҙайлы ямғырҙарға бәйле, республиканың ҡайһы бер райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индереүе ихтимал 19.06.2017

Был турала бөгөн ауыл хужалығы министрлығынан белдерҙеләр. Мал аҙығын әҙерләү кәм тигәндә ике аҙнаға һуңлап башҡарыла. Үлән өлгөргән, көн һайын ул үҙенең сифаттарын юғалта бара. Сенаж әҙерләүгә әле республиканың 22 районы тотонған. Әммә күп хужалыҡтарҙа сабылған үлән бакуйҙа ята. Ерҙә дым күп булыуы сәбәпле, техника яландарға үтә алмай.

Мал аҙығын әҙерләүҙе тиҙләтеү талабын Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында  республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы. Төбәктә ул урындағы өс хужалыҡ миҫалында эш барышы менән яҡындан танышты. Районда бесән сабыуға төшкәндәр, шулай ҙа мал аҙығын әҙерләү темптары етәрлек түгел тип баһаланды. Дөйөм алғанда, республика буйынса күрһәткестәр түбән, шуға ла мал аҙығын әҙерләүгә етерлек кимәлдә иғтибар биреп еткермәүсе район етәкселәрен етди һөйләшеү көтә тип билдәләне республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку