Оҙайлы ял көндәре тороуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тармағында эш ҡайнай

Оҙайлы ял көндәре тороуға  ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы тармағында эш ҡайнай 04.01.2016

Берәүҙәр селекция менән шөғөлләнә, икенселәр сәсеүҙе хәстәрләй. Хәйбулла районының «Урал аръяғы агро» предприятиеһы гараждарында ла техника ремонтлана.  

Санаңды йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә тигән боронғолар. Тап шуға ла  «МТС Урал аръяғы» машина технологиялар станцияһында эш ҡайнай. Механиктар тракторҙарҙы, сәсеү комплекстарын ремонтлай. Был цехта мәҫәлән, тупаҫланған тырма тештәрен ҡабаттан сүкейҙәр. Яңыһын һатып алғансы, үҙебеҙ ҙә булдырабыҙ уны, ти йүнселдәр.  
Сәсеү уңышлы үтһен өсөн уға әҙер булыу шарт. Был орлоҡтарҙан ҡала техникаға ла ҡағыла. Эш сафтан сыҡҡан тракторҙар, сәскестәр арҡаһында тотҡарланмаһа, уңыш та яҡшы булыр. Техниканы дөрөҫ һаҡлау ҙа мөһим мәсьәләләр рәтендә. Башҡортостандың машина-технологик станцияһының Хәйбулла филиалында 22 трактор һәм 36 комбайн иҫәпләнә. Улар бөтәһе ҡышҡылыҡҡа тейешенсә һаҡлауға ҡуйылған.
Хәйбуллала техниканы яҙғылыҡҡа әҙерләү менән 4 бригада шөғөлләнә. Механизаторҙар көн дауамында тимерсе лә, слесарь ролендә. Ләкин зарланыусылар юҡ, иң мөһиме ауыл ерендә ҡыш айҙарында ла эш бар. Ә инде ураҡ осоронда уларҙы Урал аръяғы буйлап командировкалар ҙа көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку