Намыҫлы эшләгән ялан батырҙарын быйылда район һабантуйҙарында тәбрикләйҙәр

Намыҫлы эшләгән ялан батырҙарын быйылда район һабантуйҙарында тәбрикләйҙәр 08.06.2017

Баймаҡта  бер төркөм  хеҙмәт алдынғылары  Рәсәй , Башҡортостан   ауыл хужалығы министрлығының  маҡтау ҡағыҙҙарын , рәхмәт хаттарын аласаҡ.  

Сәғит Йәһүҙин райондың  Салауат  хужалығында бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу  водитель булып эшләй.  Эшкә талымһыҙ, иң мөһиме яуаплы  һәм ышаныслы кеше булғанға  уға ер эшен ышанып тапшыралар. Хеҙмәт юлын ул төбәктең  Бикеш ауылында   башлай.  Ил  алдындағы бурысын намыҫлы  үтәп ҡайтҡандан  һуң,  тыуған ере баҫыуҙарында ‐ Салауат хужалығында хеҙмәт юлын дауам итә.   Ҡырҡ ике йыл эшләү дәүерендә Сәғит  Йәһүҙин бер-нисә мәртәбә һөнәре буйынса иң яҡшыһы исемен  ала, йылда  уның  фиҙәҡәр хеҙмәтен  етәкселек  тә юғары баһалай.
Эшләү дәүерендә тимер ат  эйәрләүҙең, хужалыҡҡа хеҙмәт итеүҙең еңел саҡтары ла, ауырлыҡтары ла була. Әммә сәсеү, урып-йыйыу мәлендә уңған ир-уҙаман ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, өйҙәге мәшәҡәттәрен дә  онотоп баҫыуҙан ҡайтмай. Хужалыҡтың исеме, етәкселәр ҙә алышынып тора. Шулай ҙа ул ер эшенә  тоғро   ҡалып,  артабан да хеҙмәтен  ауылда  дауам  итә.  
Быйыл Сәғит Йәһүҙин Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамоталарына лайыҡ булыусылар исемлегендә бар.  Грамотаны тапшырыу тантанаһы ун беренсе июнь район һабантуйында буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку