Намыҫлы эшләгән ялан батырҙарын һабантуйҙа тәбрикләү

Намыҫлы эшләгән ялан батырҙарын һабантуйҙа тәбрикләү 28.05.2015

Быйыл да Баймаҡ районының бер төркөм хеҙмәт алдынғылары  Рәсәйҙең, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын аласаҡ.

Илдар Абыҙгилдин «Рәсүлев» крәҫтиән-фермер хужалығында бригадир вазифаһын башҡара. Эшкә талымһыҙ, иң мөһиме яуаплы һәм ышаныслы кеше булғанға уға ер эшен ышанып тапшыралар. Хеҙмәт юлын ул армиянан ҡайтҡас 1982-се йылда, ул ваҡытта Фрунзе хужалығында тракторсы булып башлай. Торғонлоҡ йылдарында эшһеҙ ҡалып 9 йыл тирәһе Сибай, Баймаҡ ҡалаларында эшләүен иҫәпкә алмағанда ғүмер буйы тыуған ере баҫыуҙарында эшләй.
Хужалыҡтарҙың статусы, исеме, етәкселәр алышына. Шулай ҙа ул ошо ерҙә  ҡала. Иҫәпсе, баш инженер  вазифаларын да башҡарырға тура килә. Ҡатыны Шәүрә лә хужалыҡта алыштырғыһыҙ кеше- ашнаҡсы булып эшләй. Салауат исемендәге хужалыҡ тракторсыһы Рәжәп Ғайсин да өс тиҫтә йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро. Эшләү дәүерендә «Тимер ат» эйәрләүҙең, хужалыҡҡа хеҙмәт итеүҙең еңел саҡтары ла, ауырлыҡтары ла була. Әммә сәсеү, урып-йыйыу мәлендә уңған ир-уҙаман ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, өйҙәге мәшәҡәттәрен  онотоп баҫыуҙан ҡайтмай.
Рәжәп Ғайсин бер-нисә мәртәбә һөнәре буйынса иң яҡшыһы исемен ала. 2007-се йылда уға яңы техниканы ышанып тапшыралар. Быйыл Илдар Абыҙгилдин һәм Рәжәп Ғайсиндар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамотаһына лайыҡ булыусылар исемлегендә. Грамотаны тапшырыу тантанаһы район һабантуйында буласаҡ.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика