Мостай Кәримдең яңы шиғырҙар йыйынтығы менән Дуҫлыҡ монументы -  Мәскәүҙә үткән  «Алтын көҙ» йәрминкәһендә 09.10.2014

Тик халыҡ шағирының яңы китабы татлы ризыҡтарҙан, билдәле һәйкәл дә баллы мармеладтарҙан эшләнгән. «Алтын көҙ – 2014» йәрминкәһендә республика агросәнәғәт тармағының 40-тан ашыу предприятиеһы ҡатнаша.

Саҡ ҡына асылып торған шиғри йыйынтыҡ - халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына көтөлмәгән бүләк. Татлы китап-торттың биттәре дөгөнән, сағыу төҫтәге һүрәте мармеладтан эшләнгән. Тағы ла бер татлы китапта «Урал батыр» эпосы һүрәтләнгән. Баллы мармелад киҫәктәренән генә торған Дуҫлыҡ Монументы ла күҙҙең яуын ала.

«Алтын көҙ» йәрминкәһендә Башҡортостан экспозицияһы 140 квадрат метр майҙанды биләй. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, күргәҙмәләге тауарҙар республика агросәнәғәт тармағында инвестиция проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуын күрһәтә.

Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Алтын көҙ» күргәҙмәһенә Башҡортостан аграрийҙары яңы ҡаҙаныштар менән килде. Ғорурланып телгә алырлыҡ уңыштар күп. «500 ферма» дәүләт программаһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә ит-һөт етештереүҙә яңы кимәлгә сыҡтыҡ».

Йылдағыса, Башҡортостан етештереүселәре мәскәүҙәргә ит, һөт һәм икмәк аҙыҡтары, минераль һыуҙар, шулай уҡ башҡорт балы һәм башҡа милли ризыҡтарҙы ла тәҡдим итә. 75 йәшлек Владимир Золотарев - аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы ветераны. Башҡортостан күргәҙмәһенә ул йыл да килә.

Владимир Золотарев, күргәҙмәгә килеүсе: «Башҡортостандан килтерелгән төрлө аҙыҡтарҙы тәмләп ҡараным. Бик оҡшай. Башҡортостан етештереүселәре үҙ тауарының абруйын төшөрмәй, тип әйтер инем».

Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетында белем алыусы Учалы районы егете лә икенсе ҡитғанан килгән дуҫына башҡорт милли аштары тураһында ихлас һөйләй. Яҡташыбыҙ фекеренсә, күргәҙмәлә Башҡортостан менән таныштырыу мөмкинлеге ҙур.

Быйылғы йәрминкәлә Башҡортостан етештереүселәре милли ризыҡтарға айырыуса ҙур иғтибар бүлгән. Башҡорт балы менән бергә ҡаҙылыҡ һәм башҡорт ҡымыҙы ла мәскәүҙәр күңеленә хуш килә.

Мәскәүҙә уҙған күргәҙмәлә тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса йәнле фекер алышыуҙар ҙа көтөлә. «Алтын көҙ» йәрминкәһе Рәсәй тауарҙарының абруйын күтәреү мәсьәләһе, ил етештереүселәренең мәнфәғәттәре йәнә алғы һыҙыҡҡа ҡуйылған яуаплы мәлдә үтә.

Гөлдәриә Йосопова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика