«Мобиль көтөүсе»

«Мобиль көтөүсе» 11.05.2015

Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш ауылында йәшәүсе фермер республика программаһында ҡатнашып һөт һәм ит продукцияһы күләмен арттырыуға ирешкән. Заманса технологиялар менән эш иткән йүнсел  әйтеүенсә, хужалыҡ эште башлау өсөн киткән сығымдарҙы бер йыл эсендә аҡлаған.

Рәмил Юлдыбаевтың хужалығында башҡорт тоҡомло аттар 150 башҡа етә. Малдар ғәҙәттә, ҡырға көтөүсеһеҙ сығарыла. Ә инде өйөрҙөң ҡайҙа йөрөгәнлеге кеҫә телефонындағы махсус программа аша күҙәтелә.
«Әлмөхәмәт» ауыл хужалығы кооперативы составында булған Әбдрәш фермаһы туҡһанынысы йылдарҙа тарҡалып, күп урындарҙағы кеүек ташландыҡ хәлдә тороп ҡала. Бынан биш йыл элек төбәктә спортсы булараҡ танылған Рәмил Юлдыбаев ауыл халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, фермер хужалығы ойоштора. Эшҡыуарлыҡ республика программаһы  ярҙамында яйға һалына. Хәҙер уның хужалығында 300 баш һарыҡ, 200-ҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә.
Ә был һарайҙа быҙауҙар аҫрала. Улар инәһенән ун көндә айырылып дүрт айғаса ошо махсус быҙаулыҡтарҙа тәрбиәләнә. Семинтал тоҡомло малҡайҙарға ғәҙәттә, йәшел үлән, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм төрлө химик матдәләргә бай булған тоҙ һалына.
Ошо көндәрҙә йүнсел  ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен алмаҡсы. Себештәр өсөн махсус оя әле үк әҙер. Һәр деталь уйланып эшләнгән.
Йәйгеһен  ҡымыҙ етештереү яҡшы табыш килтерә. Улар Әбйәлилдән тыш, эргә-тирәләге район-ҡалаларға һатыуға сығарыла. Ә ғәмәлдә, хужалыҡҡа  йыл әйләнәһенә  табышты һыйыр һөтө килтерә
Фермер киләсәккә  юғары  маҡсаттар менән йәшәй. Шуға ла иҡтисади баҙар шарттарында эште дөрөҫ ойошора белгән Рәмил Юлдыбаевтың уй-ниәттәре лә тормошҡа аша.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку