Мишкә районында бөгөн «Ауыл хужалығы производствоһының тракторсы-машинисы» һөнәрен үҙләштереүселәр араһында республика олимпиадаһы башланды

Мишкә районында бөгөн «Ауыл хужалығы производствоһының тракторсы-машинисы» һөнәрен үҙләштереүселәр араһында республика олимпиадаһы башланды 19.05.2016

Быйыл бәйгелә барлығы 42 студент урта махсус уҡыу йортонда алған белемен һынаны.

Һәр йәш механизатор тракторҙың техник торошон тикшергәндән һуң, махсус сигнал биреп урынынан ҡуҙғала. Был конкурстың төп талаптарының береһе. Бөгөнгө уҡыусы, иртәгәһе белгес өсөн ул ябай бирелмәй. Сөнки бер урында саҡ ҡына яңылыштыңмы, мәрәйҙе кәметеүҙәрен көт тә тор. Шуға ла улар хаталанмаҫҡа тырыша.
Ғәмәли өлөш бураҙнаның тәрәнлеге, киңлеге, тигеҙлеге, һөрөнтө ерҙең тышҡы күренеше, тупраҡты әйләндереп һалыу сифатын тикшереүгә ҡоролғайны. Жюри ағзалары был эште туғыҙ критерий буйынса 10 балға тиклем баһаланы. Ваҡытҡа һөрөү талабы ҡуйылманы, механизаторҙарға агрегатты үҙҙәре теләгәнсә көйләү форсаты бирелде.
Конкурста ҡатнашҡан уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан. Тракторсы тигәс тә уҡыусыларҙың һөнәр өйрәнеүе тик был техника менән бәйле түгел. Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағындағы барлыҡ транспорт сараһы менән идара итергә өйрәнелә. Шуға ла конкурс ҡуйған талаптарҙы улар дөрөҫ атҡарып сыға алды тип әйтергә була.
Һуңғы ваҡытта йәштәр урта махсус белем алыуҙан тартынып, юғары уҡыу йорттарына ынтыла. Бер яҡтан был һайлау хуплы күренһә, икенсенән барыбер белем урта махсус уҡыу йорттарында төплө өйрәнелә. Элекке һөнәрселек училищеһы, хәҙер агросәнәғәт колледжы исемен йөрөткән белем биреү учреждениеларында теоретик белемдән тыш, практик тәжрибә туплау мөмкинлеклеге күп.
Ә инде механизаторҙар өсөн һынау тик бының менән тамамланманы. Артабан улар теоретик белемдәрен тикшерәсәк. Һуңынан бар үткән этап һөҙөмтәләрен берләштерелеп, республиканың алдынғы йәш механизаторы билдәләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку