«Меркурий» кисектерелде

«Меркурий» кисектерелде 10.01.2018

Ауыл хужалығы продукцияһын электрон күҙәтеүгә алыусы ветеринар система яңы йылдан ғәмәлгә инергә тейеш ине. Уның эшмәкәрлеген тәьмин итерлек инфраструктура булмағанлыҡтан проект ярты йылға кисектерелеп торҙо.

Ауыл хужалығы тауарҙары һатыусылар «Меркурий»ҙың ни икәнен дә белмәй. Ә бит яңы йылдан ул тулы ҡеүәтенә эш башларға тейеш ине. «Меркурий» - шул уҡ ветеринар таныҡлыҡ. Тик хәҙер  ҡағыҙ форматта түгел, электрон вариантта буласаҡ. Яңы система  малдың  ҡайҙа, нимә  ашағанлығынан алып, ниндәй шарттарҙа аҫралыуы тураһында ла мәғлүмәт туплай. Һатып алыусылар уның менән   махсус штрихкод ярҙамында таныша ала.
Белгестәр әйтеүенсә, яңы эш алымы аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген, ялған продукция әйләнешен контролгә аласаҡ. «Меркурий»ға теркәлмәйенсә сауҙа итеүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары ихтимал.
Ауыл хужалығы предприятиеларының был системаға инергә әҙер булмауын иҫәпкә алып ил етәкселеге «Меркурий»ҙы ғәмәлгә индереүҙе кисектерергә ҡарар итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку