Мең михнәттең бер рәхәте 04.08.2016

Быйылғы ҡыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының ҡайһы берәүҙәре өсөн ҙур һынауға әйләнде. Был яҡтар инде күп йылдар был тиклем ҡарлы-буранлы айҙар күргәне юҡ ине. Яуым-төшөм урыны менән ике метрҙан ашты, юлдар ябылды, кешеләр ҡар тотҡонона эләкте. Ләкин тәбиғәттә иҫ киткес гармония булған кеүек, күренеш тик зыян ғына килтермәне. Тап ҡар күплеге быйыл Хәйбулла районында яҡшы уңыш сәбәбе. Быйыл урындағы  аграрийҙар мәҫәлән һоло, иген культураларының яҡшы уңыуын билдәләй.

Ырҙынға сыҡҡан Республика МТС-ның  Урал аръяғы бүлексәһе механизаторҙарын көсөргәнешле эш көтә. Комбансылар 11 мең 800 гектар майҙанда иген һәм техник культуралар йыйып алырға тейеш. Әле техника һолоно яҫмаға һалып бара. Артабан уны комбайндар һуғып аласаҡ. Эш  башланып ҡына тороуға ҡарамаҫтан кәйефтәр күтәренке. Уңыштың мул булырын әле үк күҙалларға мөмкин.
Быйыл Хәйбуллаларҙың үҙәгенә үткән ҡоролоҡ, ҡайнар ҡосаҡтарын бер аҙ бушатты. Бейеклеге бер нисә метрға еткән ҡар ҡатламы яҙ иреп ерҙе дымға туйҙырҙы, сәсеү эштәре лә бик урынлы ямғырҙар менән тамамланды. Шуға ла бөгөн һәр баҫыуға ҡарап күңел ҡыуана тип билдәләй агрономдар. Был шулай уҡ кәрәкле минераль ашламалар индереү һәм селекция һөҙөмтәһе лә. Был баҫыуҙа мәҫәлән хужалыҡ урындағы тәбиғи шарттарға тулыһынса яраҡлаштырылған «Конкур» сорты орлоғон ҡулланған. Хәҙер иң мөһиме уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу.
Элегерәк, ҡоролоҡ йылдары район хужалыҡтары ҡаты сортлы бойҙай менән көн итер булған. Сөнки был культура дым етмәүгә бирешеп бармай, тап киреһенсә, ҡояш ҡыҙҙырғанда ул үҙенең данлыҡлы туҡлыҡлы сифаттарын йыя. Быға тиклем ҡаты сорт бойҙайы һабаҡтары тубыҡҡа ла етеп үҫә алмай ине, ә быйыл ул билдән ашты тип ҡыуана район аграрийҙары.
Хәҙер эҫе көндәр уңышты йыйып алыу һәм шулай уҡ Урал аръяғы ҡотҡарыусыһы булып торған ҡаты сортлы бойҙай өлгөрөүө өсөн дә кәрәк. Иң ҡоро йылдарҙа ла был культура башҡалар менән сағыштырғанда уңышты гектарынан 3-4 центнерға күберәк бирә. Былтыр «Власенко» крәҫтиән-фермер хужалығы ҡаты бойҙайҙы гектарынан 11 центнер йыйып алһа, быйыл күрһәткес 30 ға барып етер тип көтөлә. Мул уңыш район хужалыҡтарына бурыстарын түләп бөтөп, килемгә сығыу мөмкинлеге бирәсәк.
Быйылғы уңышты һатып бөтөрөү ҙә проблемаға әйләнеп ҡуймаһын ине тип хафалана хужалыҡтар. Хәйер, сеймалды эшкәртеп продукция итеп һатыу хәлде еңеләйтергә тейеш. «Власенко» кәрҫтиән-фермер хужалығы тап шулай итмәксе.  
Николай Власенко, «Власенко» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Яңы уңышты ҡайҙа ҡуйырға тип тә борсолабыҙ әле. Быйыл йыйып алынған ҡаты бойҙайҙы тулыһынса орлоҡҡа алып ҡаласаҡбыҙ. Был сорттың уңдырышлығы, беҙҙең шарттарға бирешмәүе менән ҡәнәғәтбеҙ. Ә инде артабан пландарҙа цех асып, юғары сифатлы макарон да етештереп ҡарау».
Был башланғыс та уңышлы булыр тигән өмөт ҙур, сөнки мәҫәлән әле  районда һатылған икмәктең   70 процентҡа яҡыны төбәктә үҫтерелгән бойҙайҙан тартылған ондан бешерелә. Быға тиклем магазиндарҙа башлыса Ырымбур өлкәһенән килтерелгән икмәк һатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика