Май башы ауыл хужалыҡтары өсөн иң ҡыҙыу мәл 01.05.2015

Республика баҫыуҙарында сәсеү эштәре башланды. Быйыл Башҡортосанда 2 миллион гектарҙан ашыу ерҙә иген культуралары,  300 мең гектарға яҡынында  техник һәм  365 мең гектарҙа мал аҙығы сәсеү ҡаралған. Туймазы районының Үҫән ауыл хужалығы кампанияға боронғо йолаларҙы үтәп тотондо.  

Йолала иң мөһиме  азан тауышы. Тәүге орлоҡтарҙы сәсер алдынан  изге теләктәр яңғырай.  Сараның иң үҙенсәлекле өлөшө башлана. Мулла йомортҡаларҙы алып  «уңыш мул булһын, йыл ямғырлы булһын2 тигән теләк менән уларҙы ырҙынға тәгәрәтә. Бар ҡунаҡтар ҙа йолаға әүҙем ҡушыла. Артабан улар әрселеп ҡабыҡтары ергә күмелә.
Бар йолалар ҙа үтәлгәс, механизаторҙар эшкә тотона. Рәсүл Латипов ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләй. Өҫтәлдән  хуш еҫле икмәк өҙөлмәһен өсөн  көнө-төнө ҡырҙа тир түгәбеҙ. Өйҙәгеләр ҙә сәсеү миҙгелендә минең өсөн тыңғыһыҙ эш ваҡыты башланыуын, ҡайтмай эшләргә тура килеүен яҡшы аңлай, ти ул.
Ауыл халҡы өсөн йылдың ямғырлы, уңышлы башланыуы оло ҡыуаныс. Хәйер, урындағы белгестәр әйтеүенсә, быйыл ҡар күп яуғанлыҡтан ерҙә дым етәрлек. Шуға ла орлоҡтар тиҙ арала шытып сыға башлар тигән өмөттә улар.  
Сәсеү эштәре ике аҙна дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә бар эштәрҙе лә тамамлап өлгөрөр өсөн механизаторҙар тәүлек әйләнәһенә ҡырҙа. Бар йолалар ҙа үтәлде, хәҙер мул уңыш көтөргә ҡала, ти ауыл хужалы хеҙмәткәрҙәре.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика