Мал һимертеү һәм һуйыуҙа ветеринария күҙәтеүе тейешле кимәлдә ҡуйылған

Мал һимертеү һәм һуйыуҙа ветеринария күҙәтеүе тейешле кимәлдә ҡуйылған 11.01.2017

Стәрлетамаҡ районы Айгүл ауылында эшләүсе башмаҡ һимертеү комплексы эргәһендә 2016 йылда  ветеринария  һәм санитар талаптарға яуап биргән мал һуйыу цехы ла асылған. Районда ит продукцияһы  сифатлы һәм хәүефһеҙ  булһын өсөн барлыҡ шарттар ҙа үтәлә

Был биналарҙа 2014 йылға тиклем «Урал» ауыл хужалығы комплексының һөт-тауар фермаһы урынлашҡан булған. Ит  менән кәсеп итеүсе эшҡыуар Илшат Игеҙов был фермаларҙы үҙ сығымдарына һатып алған. Аҙбарҙарҙы реконструкциялап, үгеҙ һимертеүгә тотонған. Әлеге ваҡытта  комплекста 300-ләп  баш мал һимертелә.
Сифатлы һәм мәрмәр төҫөндәге юғары класлы ит етештереү өсөн һөт һыйырҙарына һәм ит үгеҙҙәрен ҡушып  алынған  быҙауҙар халыҡтан һатып алына. Һуңынан улар сифатлы мал аҙығы ярҙамында һимертелә. Рационда арпа, һоло, кукуруз, ҡатнаш аҙыҡ,  минераль мәтдәләр ҡулланыла. Үгеҙҙәр  өс-дүрт  ай эсендә  үҙ ауырлығынан  10-11тапҡыр артыҡ тартырға тейеш. Мал һуйыу һәм итте эшкәртеү барлыҡ санитар һәм ветеринар талаптарҙы үтәп башҡарыла.
Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белорусия илдәре етәкселәре ҡул ҡуйған    таможня союзы  2014 йылдан үҙ көсәнә инде. Был союз нигеҙендә өс ил хөкүмәте тарафынан  ит продукцияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында мал һуйыу пукнттары асыу ҡарары сығарыла. Мал һуйыу пункттары ветеринария табиптары күҙәтеүе ярҙамында эшләй. Бында  тейешле кимәлдә һимертелгән мал килтерелә, улар кәрәкле  санитария талаптарын үтәп һуйыла, тейешле экспетриза үткәрелә. Ит һатыу нөктәләренә 2-4 градусҡа тиклем һыуытылған килеш оҙатыла. Мал һуйыу һәм һимертеү комплесында 19 кешегә хеҙмәт урындары булдырылған.
Илшат Игеҙов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Комплексты асыу менән яңы эш урындарын булдырҙыҡ. Һатыуға сифатлы һәм таҙа ит продукцияһын етештерәбеҙ, мул табыш алабыҙ».
Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһы ветеринария хеҙмәте тарафынан бөтәһе 9 мал һуйыу пункты хеҙмәтләндерелә. Ветеринарҙар һәм ит етештереүселәр халыҡтың сәләмәтлеге нигеҙендә  сифатлы һәм таҙа ит продукцияһы  етештереү икәнлеген яҡшы аңлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика