Мал аҙығы әҙерләүҙә яңы технологиялар!

Мал аҙығы әҙерләүҙә яңы технологиялар! 01.07.2015

Туймазы районының Ҡандра ауылында урынлашҡан хужалыҡ эшсәндәре   йыл дауамында бесәндең  сифатын юғалтмау ысулы тапҡан.

Ҙур булмаған майҙанда совет заманында һәм сит илдә сыҡҡан ике  трактор эшләй. Уларҙың береһе пресс менән баҫылған йәшел бесәнде килтерә, икенсеһе уны төргәктәргә төрә.
Бындай төктәрҙең һәр береһенең ауырлығы  яҡынса 6 центнерға етә. Яңы технологиялар ярҙамында уларҙы асыҡ һауала киләһе йылдың яҙына тиклем һаҡларға мөмкин. Төрөлгән мал аҙығына шулай уҡ ямғыр ҙа, ҡар ҙа ҡурҡыныс тыуҙырмай. Әлбиттә, заманса алым байтаҡ сығымдар талап итә, әммә ул үҙен тулыһынса аҡлай, ти белгестәр.
Тиҫтә йыл самаһы элек бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡ етәкселеге әлеге ваҡытта ҙур маҡсаттар менән янып йәшәй. Бөгөнгә яңы техника һатып алынған, урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары тыуҙырылған. Тәжрибәле механизатор Илгиз Усманов, мәҫәлән,  оҙаҡ ҡына эшһеҙ йөрөгән. Бөгөн иһә ул яңы комбайнында тәүлек әйләнәһенә баҫыу-ҡырҙарҙы иңләргә әҙер.  
Ошо уҡ мәлдә  баҫыуҙарҙа  бесән төргәктәрен әҙерләү дауам итә. Хужалыҡтың мал аҙығы культуралары  930 гектар майҙанды биләй. Ҡандра ауылындағы хужалыҡ яуаплы кампанияны йәй уртаһына тиклем тамамларға иҫәп тота. Ауыл эшсәндәре алдында мал башына кәмендә йыл ярымға етерлек  аҙыҡ берәмеге  әҙерләү бурысы тора.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку