Махсус штрихкод ярҙамында һатып алыусылар хайуандар ризығының ҡайҙан килеп сығыуы тураһында кәрәкле мәғлүмәт табасаҡ 24.06.2017

Киләһе йылдан Рәсәйҙә «Меркурий» дәүләт системаһы ғәмәлгә инә. Закондағы үҙгәрештәр тәү сиратта ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе, күсереп йөрөтөүсе һәм эшкәртеүсе кешеләргә ҡағыла. Бынан тыш, ҡаптарға һалынған эремсек һәм  йогурт кеүек күп төрлө ашамлыҡтар ҙа ветеринар документтар оҙатыуында булырға тейеш. Урындағы продукциялар менән бер рәттән, сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙар ҙа етди контролгә алынасаҡ.

Бер үк ваҡытта бер нисә тиҫтә баш мал аҫраусы фермерҙарға ветеринар хеҙмәте менән килешеү төҙөргә йәки аттестация үткән хеҙмәткәрҙе эшкә йәлеп итергә тура киләсәк. Ул башлыса документтар тултырыу менән шөғөлләнәсәк. «Меркурий» системаһы өҫтәмә сығымдар ҙа талап итә. Атап үткәндә, уға инеү өсөн ауыл хужалығында эшләүсе йүнселдәр 70 меңдән 2 миллион һумға тиклем аҡсаһын түләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика