Маҡсат - тоҡомдо яҡшыртыу 05.07.2014

Саҡмағош районында яһалма аталандырыусылар республика конкурсы үтте.

Саҡмағош районында яһалма аталандырыусылар республика конкурсы үтте.

Быйыл 22 тапҡыр ойошторолған бәйгелә Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән 69 оҫта ҡатнашты. Һөнәри конкурстар эш тәжрибәһен өсөн камиллаштырыу өсөн ифрат ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләй белгестәр. Шуға ла быйыл да тәү сиратта, был яуаплы эшкә йәлеп итеүселәрҙең теорик белеме, артабан иһә тәжрибәһе баһаланды. Ауыл хужалыҡы министрлығы белгестәре фекеренсә, яһалма аталандырыу мал тоҡомон яҡшыртыу өсөн уңайлы алымдарҙың береһе. Тоҡом үгеҙҙәрен аҫырау хужалыҡтар өсөн күп осраҡта аҡланмаған сығымдар талап итә. Яһалама аталандырыу хеҙмәттәренән файҙаланыу тоҡомсолоҡ эшенең киләсәге тигән фекерҙә конкурсты ойоштороусылар.
Конкурс тамаланып, тупланған мәрәйҙәр иҫәпләнгән мәлдә сәхнәлә урындағы сәнғәт коллективтары сығыш яһаны. 22-се республика яһалма аталандырыусылар бәйгеһе еңеүсеһе тип Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығынан Гөлсәсәк Дүшмөхәмәтова танылды.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика