Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Молочная компания» компаниялар төркөмө араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә  Башҡортостан Хөкүмәте менән «Молочная компания» компаниялар төркөмө араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды 05.10.2017

Документҡа Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән компания етәксеһе Сергей Джапаридзе ҡул ҡуйҙы. Килешеү төбәктә селекция-тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртыу һәм малсылыҡ тармағының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса сараларҙы уңында тота. Төп проекттарҙың береһе - Башҡортостан нигеҙендә селекция-генетика нигеҙен булдырыу. Билдәләнеүенсә, был проектты тормошҡа ашырыу урыны итеп беҙҙең республиканың һайланыуы осраҡлы түгел.  

Сергей Джапаридзе, «Молочная компания» компаниялар төркөмө етәксеһе: «Башҡортостан һөтсөлөк тармағын үҫтереү өсөн перспективалы төбәк.  Шуға күрә лә ике яҡ өсөн дә отошло килешеү киләсәктә ил иҡтисадын үҫтереүгә лә ыңғай йоғонто яһар, тип ышанам».    
«Алтын көҙ» күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы иң күләмлеләренең береһе булараҡ күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Шаршамбы Башҡортостан экспозицияһы менән  илдең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һәм башҡа рәсми вәкилдәр танышты. Форум дауамында Башҡортостан вәкилдәре республикала агросәнәғәт тармағы үҫешен тәьмин итәсәк  бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.
Ирек Мөхәмәтдинов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Һөтсөлөк, малсылыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ теплицалар йүнәлешендә лә инвесторҙарҙан тәҡдимдәр алдыҡ. Маҡсатыбыҙ федераль кимәлдәге аграрийҙар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку