Мәләүез районының Йылы күл эргәһендәге кәзә фермаһы -агротуризм менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур табыш

Мәләүез районының Йылы күл эргәһендәге кәзә фермаһы -агротуризм менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур табыш 01.11.2016

Эшҡыуар Эдуард Ниғмәтуллин  һигеҙ йыл элек  кәзә үрсетеүгә тотона. Бөгөн уның шөғөлө кешеләрҙең сәләмәтлеген яҡшырта, хужаһына табыш килтерә. Саф һауа һәм тауҙар солғанышында ял итеүселәр  ҡала ығы-зығыһынан арына, яңы ғына һауылған  кәзә һөтө, алтынтамыр сәйе йәшәүгә дәрт, көс бирә. Өҫтәүенә, фермерҙар аллергия менән яфаланыусы балаларға хәйриә ярҙамы ла күрһәтә.

Был кәзәгә көс етерлек түгел. Беҙҙең төбәк өсөн ят күренгән был ата кәзәне хатта, хужаһы саҡ ауыҙлыҡлай. Уның тоҡомо  Африканың Нубия иленә барып тоташа. Фермерҙар уны Америка Ҡушма Штаттарынан ҡайтарған. Хаҡы ла йылҡы малынан ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәк. Һөтө ҡуйы, сәтләүек тәмен хәтерләтә. Юғары һауым алыр өсөн ныҡ тырышырға кәрәк. Тармаҡтағы яңылыҡтар Халыҡ-ара кәзә үрсетеүселәр ассоциацияһында тороусы фермерҙарҙың иғтибар үҙәгендә.
Кәзә һауыу өсөн махсус бүлмә бүленгән. Унда бөхтәлек һәм тәртип. Һауым аппараты Рәсәйҙә етештерелгән.
Зааненск  кәзәләре иһә Ленинград өлкәһенән һатып алынған. Улар көнөнә 6-8 литрҙан ашыу һөт бирә. Экологик яҡтан таҙа мөхиттә үҫкән үлән менән туҡланыусы кәзәләрҙең һөтө лә сифатлы. Был кәзәләр миллион ярымлыҡ грант аҡсаһына алынған.
Һөнәре буйынса ветеринар Эдуард Ниғмәтуллин Башҡортостан ҡалаларының береһендәге традицион эшҡыуарлыҡты ҡалдырып, һөт  кәзәләрен  үрсетеүгә тотонған. Башта яҡындарын һәм туғандарын шифалы һөт менән дауалаған. Һуңынан үҙе эргәһенә теләктәш йәштәрҙе ылыҡтырған. Рөстәм Мерәҫов сыр етештереү оҫтаһы.
Рөстәм Мерәҫов, сыр бешереү оҫтаһы: «Француз сырынан беҙҙең сырҙың айырмаһы шунда - Франция кәзәләре Францияла, ә беҙҙекеләр үҙ ерлегебеҙҙә үҫкәне менән туҡлана. Башҡортостан милли паркы биләмәһендә етештерелгән сыр күпкә яҡшыраҡ».
Һыуытҡыстарҙа ла санкцияға эләккән тауар төрҙәре, әммә улар беҙҙә етештерелгән һәм һатыуға рөхсәт бирелгән. Юғары сифатлы сыр рецепты  ун туғыҙынсы быуаттың махсус аш-һыу китабынан  алынған. «Башҡорт кәзәһе» фермер хужалығында француз технологияһы буйынса аҡ үңәҙҙән кротэн, камомбер, майлы һәм рекото сырҙары италия технологияһы буйынса етештерелә. Бер килограмм сыр етештереү өсөн 10 литрҙан ашыу һөт ҡулланыла.
Был картала һәр кәзәнең нәҫел-ырыуы хаҡында ентекле мәғлүмәт тултырылған. Уларҙың ата-әсәһе дүрт буынға тиклем ентекле тикшерелә. Юғары сифаатлы нәҫел етештереү өсөн селекция эше лә алып барыла. Табип-диетологтар ҙа  кәзә үрсетеүҙең мөһимлеген билдәләй.
Роза Арыҫланбаева, табип-диетолог: «Кәзә һөтөнөң шифаһы борон-борондан билдәле. Швейцария тауҙарындағы курорттар тап, һөйәк, үпкә сирҙәрен, аҙ ҡанлылылыҡты дауалаған. Башҡортостан шарттарында кәзә үрсетеүсе фермерҙарға афарин, тиергә генә ҡала».
Мәләүез районының Йылы күл янында ҡурсаулыҡта урынлашҡан «Башҡорт кәзәһе» фермер хужалығынан йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәй. Улар ял итһен, сәләмәтлеген нығытһын өсөн бөтә шарттары ҙа булдырылған. Ауыл хужалығы буйынса дәүләт гранты алыу артабын да тырышып эшләргә көс бирә. Яҡын киләсәктә һауым кәзәләр башын -200-гә еткереп, балалар өсөн зоопарк булдырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика