Мәләүез районында «Салауат» ауыл хужалығы предприятиеһы иң алдынғыһы

Мәләүез районында «Салауат» ауыл хужалығы предприятиеһы иң алдынғыһы 27.10.2017

Хужалыҡтың Һабаш һөт-тауар  фермаһы «500 ферма» федераль проектында ла ҡатнашҡан. Ун йыл эсендә  йылдам төҙөлөш эштәре башҡарылып, мал аҙбарҙары һәм   һауыу цехтары заман шарттарына яраҡлаштырылған.

Һауыу цехында көндәлек эш ҡайнай. Ике сменала ойошторолған эштең производство баҫҡыстары автоматлаштырылған, операторҙар эштәрен  бөхтә кейемдәрҙә башҡара. Хеҙмәт етештереүсәнлеге лә юғары, тәүлегенә 250 һауын һыйырынан 5 тоннанан ашыу һөт һауыла. Һәр малдың аяғына электрон чип урынлаштырылған. Һауыу залы Израиль технологияһы буйынса яңыртылған.
Мал аҙбарҙарында санитария һәм гигиена талаптары теүәл үтәлә. Яңы тыуған орғас быҙауҙар торошо һәм хәүефһеҙлеге айырым контролдә. Улар торған ҡуралар йылы һәм иркен.
«Салауат» ауыл хужалығы предприятиеһының Сабаш фермаһында һыйырҙарҙы эксперимент рәүешендә яһалма аталандыралар. Был ысулды таналарҙа  ҡулланғанда тик орғас быҙауҙар ғына алына.
Әлеге ваҡытта фермала 900 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала. Гольштейн һәм ҡара-сыбар тоҡомдарға өҫтөнлөк бирелә. Баҙар шарттарында мал һимертеү һәм  ит етештереү өлкәһендә лә уңыштары бар. Махсус рацион менән һимертелгән мал иттәре эске баҙарҙа ҙур һорау менән ҡулланыла.  
Һуңғы ун йылда ғына мал һимертеү өсөн һарай һалынған, 3 һыйыр аҙбары, һауын цехы , быҙауҙар өсөн махсус залдар Һабаштарҙың айырым ғорурлығы. Һөт етештереү һәм мал һимертеүҙә алдынғы алымдарҙы ҡулланыу, рационды теүәл иҫәпләү һәм системалы һәм планға ярашлы эшләү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Хужалыҡ районда  ике тиҫтә йылдан ашыу алдынғы урындарҙы биләй.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку