Мөһим кампанияны башларға ваҡыт!

Мөһим кампанияны башларға ваҡыт! 11.06.2015

Баймаҡ райоынында мал аҙығы әҙерләүгә арналған семинар-кәңәшмә үтте.

Унда ҡатнашыусылар тәүҙә «Салауат» хужалығының люцерна баҫыу ҡараны. Ошонда уҡ мал аҙығы әҙерләү кампанияһына йәлеп ителәсәк ауыл хужалығы техникаһы, агрегаттар теҙелгәйне.  Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин агрегаттарҙы эшкә дөрөҫ йүнәлтеүҙең мөһимлеген, уның мал аҙығы әҙерләү сифатына йоғонто яһауын билдәләне. Азат Салауат улы мөһим кампанияға тотоноу ваҡыты еткәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Эште бер көнгә кисектергәндә лә, был әҙерләнәсәк мал аҙығы сифатына, туҡлыҡлығына кире тәьҫир итәсәк.
Семинарҙа мал аҙығы әҙерләүҙең, йәшел конвейерҙы ойоштороуҙың алдынғы алымдары күрһәтелде.  Артабан эшсе төркөм «Салауат» йәмғиәтенең һөтсөлөк-тауар фермаһының силос һаҡлағыстары менән танышты. Белгестәр силосты нисек әҙерләү технологияһы тураһында һөйләне.   Быйыл йыл уңышлы килә, бындай йәйҙе ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре 10-15 йыл күрмәне. Шуға ла улар алдында ике йыллыҡ аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика