Әлеге ваҡытта республикала теркәлгән 49 ауыл хужалығы кооперативының 36-ы эшләй

Әлеге ваҡытта республикала теркәлгән 49 ауыл хужалығы кооперативының 36-ы эшләй 07.11.2017

Ошо хаҡта бөгөн  Башҡортостан ауыл хужалығы министры Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында Илшат Фазрахманов йыл йомғаҡтарын барланы.

Быйыл тәбиғәт шарттары ауыл хужалығы тармағы алдында ҡатмарлы һынауҙар ҡуйыуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар тырышлығы менән уңыш йыйыу  ваҡытында тамамланған. Бигерәк тә, мал аҙығының етерлек күләмдә әҙерләнеүе, иген культураларының һөҙөмтәлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Тулайым продукция буйынса 4 миллион тоннаға яҡын иген  әҙерләнде. Уңыш  келәт-элеваторҙарға оҙатылған. Дөйөм алғанда, был культура быйыл үҙен аҡланы. Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу,  көнбағыш урыу эштәре дауам итә. Көтөлгән күрһәткестәргә ирешеүгә өмөт ҙур».
Матбуғат конференцияһында республика аграр тармағы эшмәкәрлеген яҡтыртыусы матбуғат саралары вәкилдәренең тырыш хеҙмәте лә билдәләнде. Иң уңған хәбәрселәр  министрлыҡтың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку