Кушнаренко районында «500 ферма» программаһы сиктәрендә беренсе хужалыҡҡа нигеҙ һалынды

Кушнаренко районында «500 ферма» программаһы сиктәрендә беренсе хужалыҡҡа нигеҙ һалынды 25.08.2014

Ул элекке һөтсөлөк фермаһы урынында буласаҡ.

Тартыш ауылы эргәһендә барлыҡҡа киләсәк комплекс заман талаптарына ярашлы төҙөлә. Бында уҙған быуаттағы биш бинаға өҫтәп, тағы өс объект төҙөү планлаштырыла. Эшсе төркөм Баймаҡ районынан килгән. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ваҡытлыса торлаҡ булдырылған, эш хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек, коллектив та татыу, ти бригадир Ришат Латипов.
Хужалыҡ 2018 йылға тулыһынса сафҡа инергә тейеш. Быйыл сентябрҙә өс бина төҙөкләндереләсәк. Хужалыҡта әле 200 баш һыйыр бар, киләсәктә уларҙы 800-гә еткереү күҙаллана. Төбәктә һөт етештереү тармағын яйға һалыу ниәтендә етәкселек ҡара-ала һыйырҙар һатып алырға уйлай. Һөттө һатыу  уңышлы хәл ителә. Ул Кушнаренко районы эргәһендәге заводтарға оҙатыла. Ярым емерек биналарға ҡабаттан йән өрөү урында йәшәүселәрҙе яңы эш урындары менән дә тәьмин итәсәк, ти хужалыҡ етәксеһе. Быға, әлбиттә, ҡабул ителгән санкциялар ҙур этәргес буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку